Халыҡ ара һаңғырауҙар аҙнаһы

Тулыраҡ: Халыҡ ара һаңғырауҙар аҙнаһы

Сентябрҙең һуңғы тулы аҙнаһы Халыҡ ара һаңғырауҙар аҙнаһы, тип билдәләнә. Был насар ишеткән кешеләрҙең проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итергә ярҙам итә. Өфөлә улар өсөн махсус коррекцион мәктәп-интернат бар. Унда тәрбиәләнеүселәр менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты. Тынлыҡта йәшәгән уҡыусылар һәм уларҙың педагогтарын бөгөн нимәләр борсой? Һәр һүҙҙе ым-ишара аша ҡабул итергә өйрәнгән 2-се класс балалары өсөн бөгөнгө дәрес ғәҙәти түгел. Уларҙың алдында видеокамера, ә оператор ролендә 7-се класс уҡыусыһы Алиса. Йәш хәбәрсе дәрес барышының бер өлөшөн дә күҙҙән ысҡындырмай. Телевидение мәктәбен ойоштороуҙа был беренсе аҙым. Дәрес тамамланғас уҡыусылар үҙҙәрен видеокамеранан ҡарай. Насар ишеткән балаларҙың күреү һәләте күпкә үҫешкән. Педагогтар билдәләүенсә, бындай алым уҡыусыларға үҙҙәрен ситтән күрергә ярҙам итә һәм улар үҙҙәрен баһалап камиллашыуға ынтыласаҡ. Шулай уҡ киләсәктә мәктәп телевидениеһы яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк, мәҫәлән, сурдопедагог булыу улар өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Педагогтар уҡыусыларҙы һәр яҡлап та үҫтерергә тырыша. Шуға күрә кабинеттар төрлөләндереп йыһазланған, сөнки балалар күреп, тотоп ҡарап тирә яҡ менән таныша. Ым-ишара телен тәрбиәләнеүселәр генә түгел, шулай уҡ һәр уҡытыусы белә. 30-сы һанлы коррекцион мәктәп-интернатының тарихы 100 йылдан ашыу һәм ул Өфөлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн беренсе махсуслаштырылған белем усағы. Әлеге мәлдә бында республиканың төрлө райондарынан 106 бала уҡый. Мәктәптә уҡырға теләүселәр күп, әммә йәшәү урыны сикле, интернатта бары тик 30 бала йәшәй. Дәрестәрҙән һуң ваҡыттарын бушҡа уҙғармайҙар, уҡыусылар төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Айырыуса спорт йүнәлешенә ҙур иғтибар бирелә. Күнекмәләргә йөрөгән балаларҙың ҡайһы берҙәре бөтөнләй һөйләшмәй, әммә ҡысҡырып сығарған тауыш, күнекмә ваҡытындағы тын алыш – балаларҙың сәләмәтлеге өсөн айырыуса мөһим, ишетеү-телмәр үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Спорт мастеры Таһир Салихов сурдотхэквандо буйынса 3 йыл тренер булып эшләй. Спорттың әһәмиәтен ата-әсәләр ҙә аңлаһын ине, ти ул. Спорт ҡорамалдары, тренажерҙар мәктәп уҡыусылары өсөн етәрлек. 8 тапҡыр паралимпия чемпионы Оксана Савченко билдәләүенсә, интернат өсөн һатып алынған спорт ҡорамалдарын урынлаштырыр өсөн урын ғына юҡ, төкәтмә кәрәк. Шулай уҡ урамдағы спорт майҙансығы менән дә ҡатмарлыҡтар бар. Мәктәп майҙансығы менән мәсъәләне хәл итеү өсөн педагогтар ярҙам эҙләй. Заманса махсус түшәм булмағанлыҡтан былтыр ишетмәгән балалар араһында футбол буйынса республика ярыштарын ҡабул итә алмағандар. Шулай уҡ еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр өсөн дә шарттар юҡ. Үҙенсәлекле балалар өсөн мәктәптә шарттар тыуҙырыу заман менән бергә атларға ярҙам итәсәк, ти мәктәп директоры. Уҡыусылар иһә спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә, улар октябрь башында уҙасаҡ еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарына әҙерләнә.