Александр Галибин кинокартинаһы "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында ла еңде. Әле Рәсәй кинотеатрҙарында барған фильмдың төп геройы — Йәмил менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Беренсе класстар үҙҙәренең араһында ҙур кинола төп ролде башҡарған кескәй актер барлығын әле белмәй ҙә. Арыҫлан үҙе лә уларҙан айырылырға тырышып тормай. Иғтибар менән уҡытыусыны тыңлай, һорауҙарға яуап бирә.Математика фәненә ғашиҡ, яңы дуҫтарҙың күбәйеүенә шат. Тик бына иртән тороуы ғына әле ауырыраҡ. Йәш актерҙы беренсе класс уҡыусыларынан ҡуйылған матур телмәре һәм үтә иғтибарлы булыуы һиҙгертеп тора. Әсәһе әйтеүенсә, малай кескенә сағынан кинола төшөргә хыяллана.Ә Йәмил роле ошо оло юлға илтеүсе тәүге һәм уңышлы аҙым. Арыҫландың һөнәрҙәре тик кино һәм телевидениела төшөү генә түгел. Ул спидкубинг менән мауыға. Уңыштары менән үҙенең ютуб-каналында бүлешә. Бәләкәй актер Алтынай һеңлеһе өсөн иғтибарлы, хәстәрлекле ағай. Бөтә буш ваҡыты тик һеңлеһе менән үтә. Арыҫландың тормошонда бер туған һеңлеһе, кинолағы Марта Тимофеева башҡарған туғаны менән бер үк мәлдә барлыҡҡа килә. Фильм төшөрөлгәнсе улар ысынлап та бер туғанға әйләнеп бөткән. Кино ла тап уларҙың мөнәсәбәтенә ҡоролған. Һеңлекәш фильмының премьераһына Өфөгә төшөрөүҙә ҡатнашҡан бөтә команда килде. Көҙгө һыуыҡ һауа торошо урамдан уҡ ҡаршыларға форсат бирмәһә лә, фойелағы осрашыуҙарҙан йылы бөркөлә. Башҡортостандың бөйөк әҙибе әҫәрен экранға сығарыу бурысын үҙ өҫтөнә режиссер Александр Галибин алған. Фильмдың премьераһы минең тормошомда иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе, тине режиссер. Фильм Рәсәй мәҙәниәт министрлығы һәм М. Кәрим исемендәге фонд ярҙамында төшөрөлгән. Бөйөк әҙтиптең ейәне, Тимербулат Кәримовты башта Инйәр буйында картина өсөн махсус төҙөлгән ауыл ғәжәпләндерә. Фильмды төшөрөүселәр әҙәби мираҫҡа мөмкин тиклем һаҡсыл ҡарарға тырышҡан. Тексты кинематография ҡанундарына яраҡлаштырырға тура килһә лә, сценарий авторы « Беҙҙең өйҙөң йәме » повесының ҡабатланмаҫ солғанышын тулыһынса һаҡлаған. Фильмда 3 тел яңғырай. Башҡорт, рус, украин теле. Милли телдәрҙе махсус яҙҙырмағандар, төшөрөү мәлендәге кеүек ҡалған. Иң ауыры йәш актриса Марта Тимофееваға булғандыр. Уға башҡорт телендә ҙур текстар ятларға тура килгән. Йәш йондоҙ Мартаның иңендә кино һәм сериалдарҙа уйнвлған 40- тан артыҡ роль. Ә Йәмил ролен башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин өсөн был тәүгеһе. Бәләкәй актер үҙенең ҙур роленә бик етди ҡарай. Фильмдың премьераһына килеүселәр күҙ йәштәрен йәшермәне. Сөнки әҫәр һәр кемгә үҙенсә яҡын. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был кинотаҫманы һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән һәм Республикабыҙҙы, уның мәҙәниәтен, тарихын сағылдырған иң яҡшы фильм, Уны райондарҙа ғына түгел һәр мәктәптә күрһәтергә тейешбеҙ, тип белдерҙе. Ә фильм кинотеатрҙарҙа ай дауамында барасаҡ.