Был фажиғә төндә Бүздәк районында теркәлгән. Бүздәк-Сергеевка автомобиль юлының дүртенсе саҡрымында “Лада Гранта” менән идара итеүсе ир кеше юлдан төшөп китә һәм бетон ҡойманың аҫҡы өлөшөнә барып бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель урынында һәләк була. Ул айыҡ булғанмы-юҡмы, медицина экспертизаһынан һуң билдәле буласаҡ .
26 сентябрь көнө республика юлдарында 11 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 10 кеше тән йәрәхәттәре алған, берәүһенең ғүмере өҙөлгән.
Был хаҡта БР Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итте.