Балконда тәмәке тартыуҙы тыясаҡтар

Тулыраҡ: Балконда тәмәке тартыуҙы тыясаҡтар

Балконда тәмәке тартыуҙы тыясаҡтар. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы торлаҡ йорттарҙың балконында йәки лоджияһында тороп тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһындағы мәғлүмәтте раҫланы. Тыйыу быйыл 1 октябрь көнө ғамәлгә инә.

Был сара күптән түгел ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы көрәш ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индереү тураһындағы” хөкүмәт ҡарары нигеҙендә атҡарыла. Балконда тәмәке тартыусыға 3 мең һум штраф һалына, әгәр тартыу сәбәпле янғын сыҡһа- был һан 5меңгә барып етәсәк. Шулай уҡ балконда йәки лоджияла усаҡ тоҡандырырға, ут менән файҙаланырға ярамай.

Кинотеатрҙарҙа сеанс башланыр алдынан янғын сыҡҡанда ни эшләргә тигән һорауға яуап биреүсе сюжеттар күрһәтеләсәк. Магазиндарҙа, дауахналарҙа, башҡа йәмәғәт урындарында янғын хәүефен кәметеү, кешеләрҙең именлеген тәьмин итеү тәңгәлендә байтаҡ саралар күреләсәк. Ут тоҡандырыу ҡағиҙәләрен боҙоусылар өсөн административ ҡына түгел, ә бәлки енәйәти яза саралары ҡаралған.