Һәр кем кеҫә телефоны йә компьютер ярҙамында транспорттың туҡталышҡа ҡасан килеп еткәнен белә ала. Интернет селтәренә инеп махсус сайтта тролейбустарҙың хәрәкәтен күҙәтергә лә мөмкин. Өфөлә электр транспортын Глонасс системаһы буйынса күҙәтеү проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул юғары технологиялы мәғлүмәт системаһынан ғибәрәт. Әле Глонасс системаһы троллейбустарға ҡуйылған, тиҙҙән, уларҙы трамвайҙарға ла урынлаштырыу ҡарала. Система ярҙамында диспетчерҙар йәмәғәт транспортының хәрәкәтен генә түгел, ә күпме пассажир хеҙмәтләндерелеүен, юлда булған аварияларҙы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе күҙәтә ала. Глонасс системаһының башҡа уңайлыҡтары ла бар. Мәҫәлән, йәмәғәт транспортының эшмәкәрлеген һәм күпме табыш килтергәнен билдәләргә була. Яңы системаны Екатеринбург һәм Ырымбур ҡалаларында күптән ҡулланалар. Әлегә Өфө пассажирҙарына яңы шарттарға өйрәнергә ҡала. Пассажирҙарға хәҙер троллейбусты көтөргә кәрәкмәй. Интернет селтәре булған телефон аша йәмәғәт транспортының ҡайҙа барғанын һәм ҡасан килеп еткәнен ҡарарға мөмкин.Бынан тыш, махсус ҡушымта ярҙамында туҡталыштар тураһында мәғлүмәт тә алырға була. Тиҙҙән, Өфөлә бөтә төр йәмәғәт транспортын ошо системаға тоташтырыу ҡарала. Һуңынан инде республика буйынса индереү планлаштырыла.
Өфө пассажирҙарына хәҙер тролейбус көтөргә кәрәкмәй
Тулыраҡ: Өфө пассажирҙарына хәҙер тролейбус көтөргә кәрәкмәй