Мәктәптә заманса технологиялар балаларҙың именлеге һағында

Тулыраҡ: Мәктәптә заманса технологиялар балаларҙың именлеге һағында

Өфөлә 102-се гимназияла тәжрибә рәүешендә биотурникеттар һәм ай-пи камералар урынлаштырылды. Был ата-әсәләр өсөн дә бик уңайлы. Мәктәпкә — бармаҡ эҙҙәре буйынса. Баш ҡаланың 102-се башҡорт гимназияһында биометрик именлек системаһы урынлаштырылған. Уҡыусылар белем усағына эләгер өсөн биотурникеттар аша үтә.Бала бармаҡ эҙен мониторға ҡуйыу менән система уҡыусының мәктәпкә ингән һәм унан сыҡҡан ваҡытын күрһәтеп, электрон журналға яҙып ҡуя. Был ата-әсәгә баланың дәрескә йөрөүен контролдә тоторға ла ярҙам итә.Яңы системаның уңайлығына уҡыусылар үҙҙәре лә төшөнгән. Гимназия уҡыусылары, педагогтар тураһында мәғлүмәттәр дөйөм базаға индерелгән. Сит-ят кешегә мәктәпкә юл ябыҡ.Башланғыс класс уҡыусылары гимназияға буфет карточкаһы менән индерелә, сөнки үҫеп килгән йәш организмдың бармаҡ эҙҙәре тиҙ үҙгәрә.Белем усағында IP камералар ҙа ҡуйы¬лған. Был ата-әсәләр өсөн бик тә уңайлы. Балаһының гимназияла ниндәй эш менән мәшғүл булыуын, хатта тәнәфес ваҡытында коридор¬ҙа ни¬мә менән шөғөлләнеүен дә онлайн-режимда күреп, белеп тора ала.Камераларҙың һанын 30-ға етәсәк. Был осраҡта күҙәтеү мөмкинлеге лә киңәйә. 102-се гимназия ҡаланың мәғариф учреждениеларында яңы технологиялар индереү буйынса тәжрибә майҙансығы. Өфөлә тағы ла бер мәктәп балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе система буйынса эшләй. Киләсәктә республиканың башҡа белем усаҡтарында ла биотурникеттар урынлаштырыу ҡаралған. Балаларҙың хәүефһеҙлеҙлеген хәстәрләү менән бер рәттән, был система уҡыусыларҙы тәртипкә һәм теүәлеккә өйрәтә.