Аҙашҡан ҡатынды мөғжизәсе әбей түгел, ә телефоны ҡотҡарған

Тулыраҡ: Аҙашҡан ҡатынды мөғжизәсе әбей түгел, ә телефоны ҡотҡарған

Дүртөйлө районында фәһемле лә, мажаралы ла хәл теркәлде. 50 йәшлек бер ҡатын “Сулпан” баҡсасылар ойошмаһы янындағы урманға бәшмәк йыйырға сыға. Бара-бара ул бәшмәккә әүерәп урман шырлығына инеп китә. Тегеләй ҙә, былай ҙа һуғылып, килгән юлын табырға маташа, ләкин тағы ла нығыраҡ аҙаша. Бер аҙ тынысланғас, кеҫә телефонынан 112 һанына, йәғни Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып ебәрә. Уның торған урынын бик тиҙ иҫәпләп сығаралар. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, бәшмәксе ныҡ һыуланған, әммә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең хәжәте булмаған.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йәнә иҫкәртә: урманда һаҡ һәм абай булығыҙ, хәүфһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!