Ауылда аҡса эшләү юлдары

Тулыраҡ: Ауылда аҡса эшләү юлдары

Ауылда нимә менән шөғөлләнергә мөмкин? Дәртле һәм егәрле кешеләр ауылда эш юҡ, тип зарланмай, хыялдарҙың иң ҡыйыуын да тормошҡа ашырыу юлын таба. Ғафури районында ғаилә кәсебенә нигеҙ һалған йүнселдәр шундай тәүәккәлдәр иҫәбенән. Уларҙың «Зиннәтле дөйәғош» агрофирмаһы республиканың төрлө тарафтарында йәшәгән экзотика һөйөүселәрҙе йәлеп итә.Башҡортостанда дөйәғоштар аҫрау тәжрибәһе яңылыҡ түгел, әммә ошо йүнәлештә аграр туризм майҙансығын асыу – тәүге аҙым. Үҙенсәлекле ферма ике йыл тулғансы күркәм ҡоштар һанын 20-нән 200 еткереп, йәнә уңышлы ҡышҡа өмөт бағлай. Дөйәғоштоң ысынлап та зиннәтле икәненә дәлилдәр етерлек. Ҡиәфәте — ҡараш ҡыуандырыр, ите — иң талапсан тәм һөйөүсене ҡәнәғәтләндерер, май-тире-ҡаурыйының хаҡы — кеҫә ҡалынайтыр, хатта йомортҡа ярсыҡтары — ижади зауыҡты кәүҙәләндерер дәрәжәлә. Өҫтәүенә был ҡош аҙыҡҡа ла талымһыҙ, тотороҡһоҙ һауа торошона ла сыҙам, ти фермерҙар. Өлкән ҡоштар төнәгән бинаны йылытыу ҙа талап ителмәй, бары аяҡ аҫтына һалам түшәү етә.Төп килемде ғәжәп ҡоштар кәртәһенә сәйәхәт ойоштороу һәм ҡунаҡтарҙы зиннәтле иттән бешерелгән аштар менән һыйлау килтерә, ти ферма хужалары. Дөйәғоштарҙан тыш бында ҡырҡауылдарҙың 4 төрө, аҡ һәм күк төҫлө һинд тауистары, күркә, мысыр тауыҡтары, ябай тауыҡтарҙың тиҫтәләгән төрө, эму атамалы австралия дөйәғоштары бар. Аҡтау ҡушаматлы аҡ дөйә, бурһыҡ, төлкө, ҡуяндар ҙа ирмәк.Үҙенсәлекле йәнлектәр илендә йылына 500-гә яҡын экскурсия үтә. Ҡунаҡтар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар ала, экзотик ҡоштар тураһында яңы мәғлүмәттәр туплай, ҡайһы саҡта хатта улар хаҡындағы уйҙырмаларын селпәрәмә килтерә. Дөйәғоштарҙың башын ҡомға йәшереүе – матур әкиәт. Был ҡоштар бер кемдән дә, бер нимәнән дә ҡурмай. Улар хатта иң ҡаты һалҡындарға ла ҡаршы тора ала. Тәүәккәл йүнселдәр сыҙам, ғәйрәтле, ҡыйыу һәм ҡыҙыҡһыныусан ҡоштарҙың холҡон өлгө итеп алғандай. Улар киләсәктә мал башын арттырыу, тәбиғи иттән үҙенсәлекле аҙыҡ етештереү, яңы күңел асыу сараларын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән йәшәй.