Ике генә лә егет

Тулыраҡ: Ике генә лә егет

Бөгөн Өфөнөң актерҙар йортонда йәш режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның ҡыҫҡа метражлы „Ике генә лә егет„ фильмының презентацияһы үтә. „Башҡортостан„ киностудияһында төшөрөлгән фильм йәш режиссерҙың диплом эше.Картина үҙенсәлекле һәм тормошсан килеп сыҡты, ти уны төшөргән ижади төркөм ағзалары. Фильмда 19-сы быуатта Урал Аръяғы башҡорттарының тормошо һүрәтләнә: ике бабай бер күс бал ҡорто өсөн судлашырға Ырымбурға китеп бара. Бер арбала китеп барған ике персонаж ҡасандыр яҡын дуҫ булыуҙарын хәтерләй. Бөгөн киске алтыла башланасаҡ презентацияла актерҙар йортонда милли костюмдар коллекцияһы менән танышыу , милли ризыҡтар тәмләп ҡарау, ижади төркөм, актерҙар, режиссерҙар һәм операторҙар менән осрашыу,фекер алышыу мөмкинлеге лә буласаҡ.