Форум һөҙөмтәле эшләй

Тулыраҡ: Форум һөҙөмтәле эшләй

Радий Хәбиров ШОС һәм БРИКС илдәренең Өфөләге “Торатау” конгресс-холлында үтеүсе Бишенсе кесе эшҡыуарлыҡ форумынының тәүге көнөнөң йомғаҡтарын сығарҙы. Ул форумдың бик һөҙөмтәле эшләүе тураһында айырым әйтеп китте. Халыҡ-ара сарала 2800 кеше ҡатнаша, телмәр тотоусылар үҙ өлкәләрендә абруйлы , билдәле кешеләр, ысын профессионалдар. Кесе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн был бик мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Быларҙан тыш, пленар һәм секция ултырыштары уҙҙы. Сара дауамында залдарҙа хатта урын етмәй, бәғзе бер ҡатнашыусылар торған килеш тыңланы, сөнки ысынлап та форумда күтәрелгән мөсьәләләр бик ҡыҙыҡлы. Эшҡыуарҙар тере әңгәмәгә, фекер алышыуға сарсаған.

- Бишенсе юбилей йыйыны, һис шикһеҙ, бик һөҙөмтәле эшләй, беҙ бик шатбыҙ! — тип баһаланы БР Башлығы халыҡ-ара форумдың тәүге көнөн.