ШОС һәм БРИКС дәүләттәре эшҡыуарҙары клубҡа берләшә

Тулыраҡ: ШОС һәм БРИКС дәүләттәре эшҡыуарҙары клубҡа берләшә

Был идеяны Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров тәҡдим итте. Өфөлә бишенсе йыл рәттән ойошторолған форумда донъяның 31 иле һәм Рәсәйҙең 52 төбәгенән өс меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Мәртәбәле форумдың үҙенсәлекле хэштегы – бауырһаҡтан ике тәүлек буйына яҙалған яһалған центнер ярымлыҡ татлы ҡоролма — Рәсәй рекордтар китабында теркәләсәк. Йыйындың эшлекле өлөшө иһә берләшмә илдәре араһында эшҡыуарлыҡ даирәләрен үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан килешеүҙәр төҙөү һәм хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйткән бәйләнештәр булдырыуға арналды.