Торлаҡ коммуналь хужалығы алдағы 5 йыллыҡҡа үҫеш юлдарын билдәләне

Тулыраҡ: Торлаҡ коммуналь хужалығы алдағы 5 йыллыҡҡа үҫеш юлдарын билдәләне

2024 йылға тиклем Башҡортостанда 500-ҙән артыҡ парк һәм аллеялар төҙөкләндереп, 2 меңдән артыҡ ихата биләмәләре ипкә килереләсәк. Был эштәр төбәк башлығы Радий Хәбировтың республиканың социаль- иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәрҙе билдәләгән указдына ярашлы башҡарыла. Ведомствоның иңенә һалынған төп бурыстарҙың береһе — эсәр һыу сифатын яҡшыртыу. Был йәһәтенән 19 муниципалитетта 30 лаған яңы ҡоролма ҡуйыласаҡ. Урамдарҙы яҡтыртыу, балалар майҙансыҡтарын төҙөү эше лә иғтибар үҙәгендә. 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 20 мең подъезды һәм 4 мең йортто комплекслы ремонтлау планлаштырылған.