Өфө районындағы ауылда йылы юҡ

Тулыраҡ: Өфө районындағы ауылда йылы юҡ

Башҡортостанда был аҙнала бөтә йорттарға йылы биреү ҡарары ҡабул ителһә лә, Өфө районындағы ауылда йәшәүселәр фатирҙарында һыуыҡ булыуға зарлана. Геофизиктар ауылы һауа шарттарының кинәт үҙгәреүенә әҙер булмай сыға. Төнөн ике ҡат юрғанға төрөнөп, йылы өҫ кейемендә йоҡларға тура килә, ти Рәмилә Сәйфетдинова. Ике аҙна тирәһе көндәр һыуыҡ тора, ә өйгә һаман йылы бирмәйҙәр. Күптәр электр йылытҡысын ҡулланырға мәжбүр. Хәүефле булһа ла аш-һыу бүлмәһен бешеренеү мейесе ярҙамында йылытырға тура килә, ти хужабикә. Электр өсөн к-пме аҡса килерен улар күҙ алдына ла килтермәй. Геофизиктар ауылындағы һәр йортта ошондай уҡ хәл. Дөйөм ятаҡта йәшәүсе йәш әсә Альбина Харисова ла сабыйҙарын өйҙә ҡат-ҡат кейендерергә мәжбүр. Өй һыуыҡ булыу сәбәпле, улар әле ғаиләһе менән ваҡытлыса туғандарына күсенергә ҡарар иткән. Бындай хәл менән беренсегә осрашабыҙ, тип аптырай урындағы халыҡ. Баҡтиһәң, быйыл йәй башында йорттарға газ үткәреү эштәрен башлағандар. Фатирҙарҙа яңы батареялар һәм торбалар үткән, әммә улар әлегә тоташтырылмаған. Ауылда йәшәүселәргә йылылыҡ биреү осорона тиклем газ торбалары әҙер буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Тик кәрәкле ҡорамалдар әле юҡ, зәңгәр яғыулыҡ өсөн ҡаҙанлыҡ урыны ғына әҙер. Бынан алдағы йылдарҙа күп ҡатлы йорттарҙы һәм дөйөм ятаҡты ошо ҡаҙанлыҡ йылытып торған. Әммә уны, урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, йәй башында уҡ бикләйҙәр. Күренеүенсә, ул әле лә эшләмәй. Өфө районы хакимиәтенә был хәл билдәле. Улар йылы ваҡытында бирелмәүҙең сәбәптәрен аңлатты. Ошо көндәрҙә Геофизиктар ауылындағы күп ҡатлы йорт һәм дөйөм ятаҡтарға йылы биреләсәк, тип вәғәҙә иттеләр. Тимәк урындағы халыҡҡа, газ ҡаҙанлығы эшләй башлағансы, тағы бер нисә көн йылы кейемдәрҙә йөрөргә тура киләсәк.