Инвестор табыу, тиҙ арала бәйләнештәр булдырыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу. ШОС һәм БРИКС дәүләттәре берләшмәһенең эшҡыуар форумы йүнселдәргә ошондай аралашыу майҙанына әүерелде. Мәртәбәле йыйын Өфөлә бишенсе тапҡыр үтте. Был юлы унда донъяның 31 иле һәм Рәсәйҙең 52 төбәгенән өс меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Күрше Татарстан эшҡыуарҙары делегацияһы Өфөгә бишенсе йыл рәттән килә. Быйыл иһә үҙ тауарын күргәҙмәгә сығарып, тупланған тәжрибәһен уртаҡлашыу ниәте менән. Күргәҙмәлә сит ил өҫтәлдәре лә иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Ҡытай, Һиндостан, Бразилия, Көньяҡ Африка республикаһы, Пакистан тәмлекәстәр генә түгел эшлекле хеҙмәттәшлектәр тәҡдим итә. Мәртәбәле форумдың үҙенсәлекле хэштегы – бауырһаҡтан ике тәүлек буйына яһалған центнер ярымлыҡ татлы ҡоролма — Рәсәй рекордтар китабында теркәлде. Эшҡыуарҙар исемлеге буйынса ла бишенсе юбилей форумы үҙенә күрә рекорд ҡуйҙы, тине Башҡортостан хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров. Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн форумда алдынғы проекттар менән танышыу мөмкинлеге күрелгән. Белем биреү, тәжрибә майҙансыҡтары эшләй. Башҡортостан йүнселдәренең ҡаҙаныштары ла иғтибарға лайыҡ. Эшҡыуар форумында ҡатнашыусылар менән Радий Хәбиров осрашты. Башҡортостан сит ил инвесторҙарын хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Бының өсөн республикала үҙенсәлекле иҡтисади биләмәләр булдырыла. Тышҡы сауҙа стратегияһы ҡайтанан ҡорола, тине Башҡортостан башлығы. Форум барышында бер нисә эшлекле килешеү төҙөлдө. Рәсәй президенты эргәһендә эшҡыуар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Борис Титов Үзбәкстан коллегаһы Дилморат Ҡасимов менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан менән ”Деловая Россия” бизнес өсөн махсус шарттар тураһында килешеү төҙөнө. Уға ярашлы республиканың эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге алдынғы тәжрибәне Рәсәй төбәктәре менән уртаҡлашыу мөмкинлеге тыуа.
Өфөлә бишенсе тапҡыр ШОС һәм БРИКС дәүләттәре берләшмәһенең эшҡыуар форумы үтте
Тулыраҡ: Өфөлә бишенсе тапҡыр ШОС һәм БРИКС дәүләттәре берләшмәһенең эшҡыуар форумы үтте