Зәйнәкәйҙәр телеүҙәктә!

Тулыраҡ: Зәйнәкәйҙәр телеүҙәктә!

Беҙҙең телеканал иғлан иткән “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашырға һәм трактор оторға теләп ғариза ҡалдырыусылар бихисап. Уларҙы беҙҙең ижади төркөм барып төшөрөргә лә өлгөрҙө. Конкурсанттар үҙ сиратында «Хәйерле иртә, Республика» тапшырыуына килеп, тура эфирҙа үҙенең алтын бишеккә тиң төйәге менән яҡындан таныштыра. “Алтын бишек” конкурсының төп бүләге – тракторға саң ҡундырмай бәйгеселәр. Өфөгә килгән һәр конкурсант телеүҙәк алдында торған техника менән яҡындан таныша. Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы халҡының “Алтын бишек” конкурсында еңеүҙе яулауҙарына ышанысы көслө. Ир-егеттәр техника янында йөрөгәнсе, гүзәл заттар асфальтты дер һелкетеп бейеп, моңло йырҙарын яңғыратты. Ошондай уҡ дәрт менән “Хәйерле иртә, республика тапшырыуын да башлап ебәрҙе улар. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, йәғни Зәйнәкәй ауылы “Алтын бишек” конкурсының сираттағы ҡатнашыусылары. Башҡа бәйгеселәр кеүек улар ҙа ҙур делегация менән Өфөгә телеүҙәккә килеп, тура эфирҙа үҙҙәренең тыуған төйәге менән яҡындан таныштырҙы. Студияла ауыл оҫталарының ҡул эштәре, хужабикәләр әҙерләгән аш-һыу урын алған. Һис шикһеҙ, Зәйнәкәй ауылында бик дәртле, егәрле һәм берҙәм халыҡ йәшәй. “Алтын бишек” акцияһына дәррәү ҡушылыуҙары быға тағы бер дәлил. Ә конкурстың төп бүләге – трактор ҡайһы ауылға юлланасағын телевизор ҡараусылар тауыш биреү ысулы менән билдәләйәсәк.