Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививкалар яһау дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививкалар яһау дауам итә

Табиптар тап бына ошо көндәрҙә һаулыҡҡа айырыуса иғтибар итергә кәңәш итә. Күптәр еңелсә кейенеп, тымау тейҙереүе ихтимал. Ул арала Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививкалар яһау дауам итә. Быйыл 1 миллион 830 мең кешегә, шул иҫәптән 418 мең балаға прививка яһау күҙаллана. Әлегә 753 мең 557 кешегә прививка яһалған. Белгестәр әйтеүенсә, вакцинация йоғошло сирҙе иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле юлы. Киҙеү менән сирләү өҙлөгөүгә һәм хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Грипҡа ҡаршы прививка ауырыу кимәлен кәметеүгә, сирҙе еңелерәк үткәрергә булышлыҡ итә.