Был һүҙҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында атай-әсәйһеҙ ҡалған биш ейәнсәрен тәрбиәгә алған ҡатын өсөн тормош девизына әйләнгән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул балаларға тейешле белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ла тырыша. Был эштә уға волонтерҙар ярҙамға килгән. Людмила Хәбибуллинаның һәр көнө тиерлек бәләкәс ейәнсәрҙәренә әкиәт уҡыуҙан башлана. Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, тиҙәр бит, ни сәсһәң шуны алырһың. Шуға ла бәләкәстәремдең күңеленә мәрхәмәтлек, изгелек һеңдереп ҡалдырырға теләйем, ти Людмила Александр ҡыҙы. Төрлө сәбәптәр арҡаһында әсәй-атайһыҙ ҡалған 5 ейән-ейәнсәрҙе, балалар йортона эләкмәһендәр өсөн, оло йөрәкле өләсәй үҙ ҡанаты аҫтына ала. Фатир бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, барыһына ла урын етә, иң мөһиме күңел йылыһы етһен, ти ул.Ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләшергә «Яҡын кешеләр» проектында ҡатнашыусы ирекмәндәр ҙә оло теләк менән йөрөй. Есения Башҡорт Дәүләт педагогия университетының 4-се курс студенты. Бында ул 5-се класта уҡыусы Евгенияға инглиз телен өйрәтергә килә. Ғаилә менән буласаҡ белгес ике йыл элек таныша. Аҙнаһына ике тапҡыр килеп ҡыҙға сит телде өйрәнергә ярҙам итә. Инглиз телен бығаса икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән ҡыҙ, хәҙер матур итеп уҡый, яҙа белә. Үҙенең белемен туғандары менән дә уртаҡлаша. 2018-се йылда Светлана Исхаҡова етәкселегендә барлыҡҡа килгән хәйриә фонды тиҫтәләгән ғаиләгә ярҙам итеп өлгөргән. Бында Башҡортостандың төрлө уҡыу йорттары студенттары йәлеп ителә. Хәйриә фонды ойошторған проектта ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар үҙҙәре ярҙам иткән ғаиләләрҙең хәлен даими белешеп тора. Ыңғай үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булырға тейеш улар.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Тулыраҡ: Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ