Беҙ цифрлы телевидение дәүеренә аяҡ баҫабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 июндән Башҡортостанда аналог телевидениеһы эшмәкәрлеген туҡтата. РТРС –тың Өфөләге филиалында һанлы телевидение буйынса ҡулланыусылар өсөн консультация һәм ярҙам үҙәге эшләй. Үҙәктә белгестәр һанлы һәм аналог телевидениеһының айырмаһы, тоташтырыу юлдары һәм һанлы сигналдарҙы ҡабул итеүсе махсус ҡоролмаларҙың төрҙәре тураһында тулы мәғлүмәт еткерә. Үҙәктә беренсе мултиплексҡа ингән 10 каналдың сифатын күреү мөмкинлеге бар. Үҙәк Октябрь революцияһы урамы 65, кәсер бер һанлы йортта урынлашҡан. Һорауҙарығыҙ бар икән 8 800 220 20 02 номеры буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратырға мөмкин. Цифралы 3 мультиплексҡа федераль каналдар инә. Рәсәй-Башҡортостан каналы ла илдә тәүгеләрҙән булып цифрлы ҡорамалдарҙа эшләй башланы. Һанлы тапшырғыс- ул юғары сифатлы һүрәт кенә түгел, ә каналдар артыуы һөҙөмтәһендә күберәк мәғлүмәт алыу. Рәсәй-Башҡортостан телеканалы замана талаптарына тулыһынса яуап бирә һәм беренсе мультиплекста урын алған.