Беҙҙең телекомпания иғлан иткән Алтын бишек акцияһына Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы ла ҡушыла. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова урындағы халыҡ менән осрашҡас, Яңы Мораптал мотлаҡ беренсе урын алырға тейеш тигән уй менән ҡайтты. Әммә быны телевизор ҡараусылар хәл итәсәк. Сюжет ҡарағандан һуң һеҙҙе Хәйерле иртә, республика тапшырыу студияһында Яңы Морапталдар менән осрашыу көтә. Ҡояш ҡалҡыу менән, һәр ауылдағыса, Яңы Морапталда ла тормош йәнләнә. Төҙөк йорттар, тигеҙ урамдар. Ауылдары — кәрәҙ, ә кешеләре – бал ҡорттары, гүйә.200-ләп умарта тотҡан һәм һәр йәй һайын 10-13 тонналап бал алған хужаларҙы нисек егәрле түгел, тиерһең? Балаларҙы бәләкәйҙән һөнәрле итеп үҫтереүҙе төп маҡсаттары итеп ҡуйған Рәсилә Һәм Рәис Шәмсетдиновтарҙың өс улы балыҡ үрсетеү мәшәҡәттәрен дә ата-әсәһе менән бергә күтәрә.Сәскәгә төрөнгән был йорт хужалары билдәле йырсы Рөстәм Ғәлиевтың атаһы менән әсәһе. Яңы Мораптал ауылы халҡының баҡсаларында емерелеп уңыш өлгөрә, хеҙмәт аша тәрбиә күреп үҫә балалар, тырышлыҡтың һөҙөмтәле булыуына бәләкәй саҡтан төшөнә. Сәләмәт тормош һәм спорт ҡаҙаныштары менән дә Яңы Морапталдар маҡтана ала. Ҡайһы ғына йортҡа инмә, селтәрләнеп бешкән ҡоймаҡтар, һөт ризыҡтары, бәлештәрҙән өҫтәлдәр һығылып тора – көн дә ҡунаҡ көтәләрме ни. Ә кәртә-ҡуралар бәйге өсөн махсус төҙөлгән тиерһең. Йәштәр тап шундай ағай, апайҙарынан өлгө алып, ҡотло ғаиләләр ҡора. Хәбәрсе. Булыр бала биләүҙән. Улы атаһына ярҙам иткән арала, әсә менән ҡыҙ ҙа тик тормай. Рита ауылдаштары өсөн матурлыҡ салонын асҡан.Йәштәр бер борсолоуһыҙ ғаилә ишәйтә, сөнки ауылда балалар баҡсаһы эшләй. Балалар баҡсаһында тәрбиә алып сыҡҡан бәләкәстәр артабан мәктәптә рух нығыта. 100 йәшен билдәләгән уҡыу йортонда быйыл кадет класы асылған. Бында 216 уҡыусыға 29 уҡытыусы белем бирә, мәктәптең ике филиалы — башланғыс мәктәптәр бар.Мәктәп ихатаһындағы спорт майҙансығында балалар физик сынығыу ала.Спортсыларҙан бер аҙ арыраҡ ҡыҙҙар-малайҙар заманса бейеүҙәр өйрәнә. Кесене туғаным, тип күреп йәшәгән ауыл халҡы ололарға ла ихтирам менән ҡарай. Ленинград блокадаһында ҡатнашҡан Мәғрифә инәй Таңатарова ла, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғөбәй Төхфәт улы Нафиҡов та тап Яңы Морапталда йәшәүенә һөйөнә. Ауылдаштарының тыныс тормошо өсөн Ғөбәй олатай 17 йәшендә фронтҡа китеп, Кореяла япондарға ҡаршы һуғыша. 50-се йылда тыуған ауылына ҡайтып, сиҙәм күтәреүҙә ҡатнаша. Яугир тракторсы һөргән 1500 гектарҙан ашыу баҫыуҙарҙа әле лә иген үҫтерә ауыл уңғандары. Һәр кем дә бәхетле Яңы Морапталда. Урамдар төҙөк, тәбиғәт матур.Бынан бер нисә аҙымда ғына ятҡан Юшатыр йылғаһының бер яҡ ярында Яңы Мораптал ауылының тәүге урамы — Киров урамы барлыҡҡа килә. Саман өйҙәр янында беренсе ағас йорт та тап ошо урамда ҡалҡып сыға. Ғөмүмән, Киров исеме менән ауыл тығыҙ бәйле. Урындағы хужалыҡ та уның исемен йөрөтә һәм бер быуатҡа тиң арауыҡта гөрләп эшләй, райондағы алдынғы хужалыҡтарҙың береһе була.Колхоз, совхоздар тарҡатылған, мөлкәте таратылған ваҡытта Киров хужалығы кооперативҡа ойошоп, бөтә булған тиерлек йүнәлештәрҙә лә эшмәкәрлекте һаҡлап ҡала ала. Иң мөһиме – ауылдағы халыҡ эшһеҙ түгел. 300-гә яҡын хеҙмәткәр тырышып эшләй бында. Заманса ҡоролмалар төҙөлә. 25 йыл бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында булған "Ынйылар" халыҡ фольклор ансамблендә Яңы Мораптал апайҙары ла йырлай. Тағы ла ауыл мәҙәниәт йортонда "Умырзая" фольклор ансамбле эшләп килә. Улар килен төшөрөү, ҡарға бутҡаһы, сәк-сәк байрамдарын үткәрә, юбиляр парҙарҙы, йәштәрҙе тәбрикләүҙә ҡатнаша. Яңы Морапталдарҙың йәшәйеше ихласлыҡҡа ҡоролған. Ситтән ярҙам көтөп ятмай улар, ә мөмкинлектәрҙе үҙҙәре булдыра. Ижади коллективтарға сәхнә кейемдәрен урындағы оҫталар тегә. Ауыл етәкселәренән уңған. Колхоздың тәүге рәйесе Әфтәх Ишмаев өлгөһөндә, киләһе рәйестәр һәм башлыҡтар ҙа фиҙәҡәр хеҙмәт итә ауылдаштарына. 60-сы йылдарҙа уҡ урамдарға асфальт түшәлеүе лә, әлеге ваҡытта почта бүлексәһенең, һаҡлыҡ банкының, фельдшер-акушерлыҡ пунктының да булыуы – тап шул йүнселлек һәм тырышлыҡ күрһәткесе.Мәсеттә дини дәрестәр ойошторолған. Унда ололар ҙа, бәләкәстәр ҙә йөрөй.Яңы Морапталдан күренекле шәхестәр сыҡҡан. Улар тураһында мәғлүмәт 1988 йылда элекке дарыухана бинаһында асылған музейҙа һаҡлана. 1995 йылда уға Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелә. Халыҡ дошманы булараҡ бөйөк композитор, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре тураһында бөтә мәғлүмәт юҡ ителә. Музей өсөн экспонаттарҙы Үзбәкстандан алып ҡайталар. Үткәнен ихтирам итеп, киләсәген хәстәрләп донъя көтә Яңы Морапталдар, ауыл тормошон яҡшыртыу өсөн мөмкин булған бөтә проекттарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша.Екатерина икенсе төҙөгән юл Башҡортостандың көньяҡ ҡапҡаһы — Яңы Морапталға алып килә. Юлсыларҙың күҙ яуын алып торған ауыл шулай иртә таңдан, ҡара кискәсә ҡайнап йәшәй. Ә кешеләре күкрәк тултырып бәхет менән тын ала, һәр башланғыстарының уңышлы булыуын юрай. Алтын бишек бәйгеһенең дә финалына сығып, еңеү яулап, төп бүләкте — “Агроспец прогресс Уфа” йәмғиәте тәҡдим иткән тракторҙы оторға ниәтләй.
Тракторҙы кем отор?
Тулыраҡ: Тракторҙы кем отор?