Өфөлә абонементтар һатҡандан һуң фитнес клуб ябыла

Тулыраҡ: Өфөлә абонементтар һатҡандан һуң фитнес клуб ябыла

Күп кенә аҡса түләп күнекмәләргә йөрөүселәр уның етәкселеген мутлашыуҙа ғәйепләй. Әммә клуб хужаларының быға үҙ аңлатмаһы бар. Фитнес барыһы ла өсөн! Физик камиллыҡ вәғәҙәләүсе ошондай сағыу саҡырыу һүҙҙәренә ышанып йөҙәрләгән кеше хәҙер инде ике айҙан ашыу фитнес-клубтың ябыҡ ишектәрен күҙәтә. Ә уның хужаһы иһә, тиҙҙән асылабыҙ, тип, уларҙы тынысландыра килә.Теүәл биш йыл элек асылған фитнес-клубҡа Сипайлово биҫтәһе халҡы яҡын һәм бөтә уңайлыҡтары булыуы өсөн үҙ итеп, йөрөй башлай. Быйыл яҙ бер йыллыҡ карталарҙың ярты хаҡҡа тәҡдим ителеүен ишеткәс, унда шөғөлләнергә теләүселәр тағы ла арта. Әммә көндәрҙең береһендә уларҙы ябыҡ ишектәр ҡаршы ала. Был егеттәр фитнес менән шөғөлләнергә түгел, клуб хужаларынан үҙ аҡсаларын кире алырға килгән. Клубтың ишеге бикле, ә унда, бинаны ҡуртымлаусы икенсе урынға күсте, тигән яҙыу эленгән һәм клуб хужаһы Дмитрий Карбушевтың телефон һандары бирелгән. Туҡтауһыҙ күнекмәләр, акциялар – былар барыһы ла иҡтисади ауырлыҡтарға юлыҡҡан клубтың ысын хәлен йәшереү өсөн ҡулланылған.Бинаны ҡуртымға биреүсе иһә, Дмитрийҙың клуб ябылырын белә тороп, карталар һатыуҙы дауам итеүен билдәләй. Эльформа фитнес-клубы клиенттары хәҙер йылы һәм яҡты залда түгел, ә көҙгө ямғыр аҫтында: йорттары, клуб һәм полиция бүлексәләре араһында йүгереү менән шөғөлләнә. Клубтың ҡасан асылыры әлегә билдәһеҙ.