Этау штормы сәбәпле Японияның көнсығышын һыу баҫҡан. Даими йәшәгән урынынан 100 мең кеше күсерелгән. Күп кеше хәбәрһеҙ юғалған. Фукусима атом электр станцияһы ла һыу аҫтында ҡалған. Экологтар һыу менән бергә океанға радиоактив матдәләр ағыуына борсолоу белдерә.
Дания менән Германия араһында тимер юл бәйләнеше ваҡытлыса туҡтатылған. Мигранттар Швецияға китеп барған поездарҙан төшөргә баш тартҡас ошондай ҡарар ҡабул ителгән.Әле Данияла ҡасаҡтарға бәйле хәл бик ҡатмарлы булып ҡала. Һуңғы 4 көндә генә был илгә мең мигрант килгән.
Монблан ике йылда 1 метр 30 сантиметрға түбәнәйгән. Һуңғы тикшереүҙәргә ҡарағанда, Европаның иң бейек нөктәһе 4 мең 808 метр. Тауҙың бейеклеге яуған ҡарға бәйле. Ҡар күберәк яуып, ел яйыраҡ иҫкән һайын Монблан юғарыраҡ.
Рәсәйҙә хәрби роботтар һынау үтте. Рәсәйҙең вице-премьеры Дмитрий Рогозин социаль селтәрҙә үҙе был видео менән бүлешкән. Ике хәрби робот сәпте тадып уға ҡарата ут аса.