13-сө сентябрь – һайлау көнө

Тулыраҡ: 13-сө сентябрь – һайлау көнө

13-сө сентябрь – һайлау көнөнә бер тәүлектән артығыраҡ ваҡыт ҡалды. Үҙәк һайлау комиссияһы бөгөн территориаль һайлау комиссияларының берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлеген видео-селектор кәңәшмәһендә тикшерҙе. Республиканың 2342 һайлау участкаһы йәкшәмбе иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем 1 миллион 316 мең һайлаусыны ҡабул итергә әҙер. Кешеләрҙең һәм һайлау участкаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса тейешле саралар күрелгән. Был һайлауҙарҙың үҙенсәлеге – һайлау кампанияларының шулай уҡ дәғүәселәр һанының күплеге һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлағанда тәүге тапҡыр көнэлгәре тауыш биреүҙе ойоштороуҙан ғибәрәт. Бөгөнгә 15 меңдән ашыу кеше ваҡытынан алда тауыш биргән.