Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, “Русфонд” хәйриә фонды һәм “Комсомольская правда” гәзите менән берлектә изгелек марафонын дауам итә. 2013 йылдың июленән ойошторолған берҙәм проект сиктәрендә 41 бала 9 миллион һумдан ашыу ярҙам алған. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 7 йәшлек Ева Гулина ла шулар рәтендә. Ете йәшлек Еваға әсәһе етеҙ хәрәкәттәр эшләүҙе ҡырҡа тыйа. Сөнки күптән түгел уның тыумыштан йөрәк сиренә дусар икәне асыҡланған. Хәҙер уға яратҡан балалар майҙансығын урап үтергә тура килә. Мәктәпкә барыр алдынан медицина тикшереүе үткәндә генә асыҡланған был диагноз ата-әсәне аптырауға һала. Табиптар ҡуйған диагноздан һуң Гулиндарҙың көнитмеше ҡырҡа үҙгәрә. Ғаилә башлыҡтарына дүрт айлыҡ сабыйҙары менән бер рәттән, ете йәшлек ҡыҙҙарына ла күҙ ҡолаҡ булырға тура килә. Хәҙер Ева күберәк өйҙә ултыра, телевизор ҡарай. Теремек ҡыҙға бер урында ғына ултырырға кескәй һеңлеһе ярҙам итә, Ева уға алданып өйҙә уйнай. Ева бер аҙна элек кенә парта артына ултырған. Әлегә мәктәптәге яҙыу-һыҙыу эштәре еңел бирелә, әммә артабан ҡыҙға ҡатмарлы буласаҡ, тип хафалана әсә. Ҡыҙҙың йөрәге ҙур көсөргәнеш менән эшләй, организмына кислород етмәй. Уға ашығыс рәүештә операция талап ителә. Республика кардиология үҙәге табиптары уны бушлай яһарға әҙер. Әммә эндоваскуляр операцияны эшләү өсөн махсус прибор кәрәк. Уның хаҡы — 339 200 һум. Ата-әсәнең яҡын арала был окклюдерҙы һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Гулиндар ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларыбыҙға мөрәжәғәт итә. Еваның сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Бының өсөн 5542 һанына латин хәрефтәре менән DETI һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрһәгеҙ ҙә мөмкин, әгәр телефон операторҙары һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ баланың яҙмышын үҙгәртер, уның ябай ғына теләктәрен тормошҡа ашырыр.
7 йәшлек Ева Гулинаға ярҙам талап ителә
Тулыраҡ: 7 йәшлек Ева Гулинаға ярҙам талап ителә