Өфөнөң Калинин райондағы 60-сы лицей эргәһендә беренсе тапҡыр балалар өсөн автоҡаласыҡ асылды. Бында өс йәштән һигеҙ йәшкәсә балаларға юл әхәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Автомобиль ҡаласығы балаларҙы бәләкәйҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү йәһәтенән бик мөһим. Бында юл билдәләре, сфетофорҙар ҡуйылған. Автоҡаласыҡҡа өс йәштән һигеҙ йәшкәсә теләге булған һәр бала килә ала. Шөғөлләнеү бушлай. Автоҡаласыҡта яһалма ҡалҡыулыҡ, тимер юлы киҫелеше лә, туҡталыш та бар. Юл билдәләре юйылмай торған, һыуыҡҡа сыҙамлы буяу менән яһалған. Бында илленән ашыу юл билдәләре, транспорт һәм йәйәүлеләр өсөн 14 светофор ҡуйылған. Автомат режимынан тыш, улар менән пульт ярҙамында ла идара итергә мөмкин.Автоҡаласыҡ юл хәрәкәте именлеге дәүәлт инспекцияһы менән килешеп төҙөлгән. Бар билдәләр ҙә, юл һыҙмалары ла ысынбарлыҡтағы кеүек.Балалар бында велосипедта, электро-веломобилдәрҙә йөрөй ала. Транспорт ағымы менән балалар үҙҙәре идара итә. Йәш инспекторҙар өсөн махсус кейемдәр ҙә тегелгән.
Балалар өсөн автоҡаласыҡ асылды
Тулыраҡ: Балалар өсөн автоҡаласыҡ асылды