Баллы төбәк

Тулыраҡ: Баллы төбәк

12-се сентябрь Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында „Баллы төбәк„ исеме аҫтында йәрминкә үтәсәк. Сараны Совет районы менән берлектә республиканың умартасылыҡ һәм аппитерапия үҙәге уҙғара. Бында бар республика умартасылары саҡырылған.Сара Өфөнөң Совет районы менән берлектә ун беренсе тапҡыр уҙғарыла. Республиканың умартасылыҡ һәм аппитерапия үҙәге белгестәре балдың файҙаһы, уны ауырыған саҡта, халыҡ медицинаһында нисек дөрөҫ ҡулланыу хаҡында бушлай кәңәш бирәсәк. Йәрминкә барышында иң яҡшы умартасы билдәләнәсәк.