Хаҡтар артыу түгел, ғәмәлдәге йылы өсөн түләү

Тулыраҡ: Хаҡтар артыу түгел, ғәмәлдәге йылы өсөн түләү

Радий Хәбиров был хаҡта халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт бирергә ҡушты. Фатир хужалары йылытыу өсөн түләүҙәрҙең яңы тәртибенә күсә. Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә ҡышҡы миҙгелгә дөйөм әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде. Йылы өсөн йылдың тик 8 айында түләп, йәйен түләмәү тәртибенә әҙерлек оҙайлы булһа, йылытыу миҙгелен быйыл ҡапыл башларға тура килде. Бындай киҫкен ҡарарға ҡайһы бер муниципалитеттар әҙер булмай сыҡты. Республика башлығы киләһе йылда хаталар ҡабатланмаһын өсөн коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен күнегеүҙәр үткәрергә саҡырҙы. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев республикала ҡышҡы әҙерлек эштәренең 65 проценты үтәлгән, тип белдерҙе. Өфөгә 2 мең 600 берәмек коммуналь техника етмәй, ғәмәлдәге машиналарҙың 70 проценты туҙған. Ҡышҡы юл-урамдарҙы тәртиптә тотор өсөн башҡалаға 3 мең 200 берәмек техника талап ителә. Ошоға оҡшаш хәл республиканың башҡа төбәктәрендә лә күҙәтелә, тине тармаҡ етәксеһе.Ҡышҡы юлдарҙы таҙартыу эшен быйылдан яңы ҡатнашма еңеләйтәсәк. Транспорт һәм юл хужалығы идаралығы бионорд файҙаланырға ҡарар иткән. Был реагент боҙлауыҡ ҡына түгел, урамдағы бысраҡҡа ла юл ҡуймай. Юлдарҙың төҙөклөгө мөһим дәүләт бурысын – халыҡ именлеген һаҡларға булышлыҡ итә. Республикала байтаҡ күрһәткестәр буйынса үлем осраҡтары кәмегән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәрит Ғүмәровтың белдереүенә ярашлы быйыл һыуға батыу фажиғәләре былтырғы менән сағыштырғанда 9, ҡорбандар һаны 8 кешегә аҙыраҡ. Республика башлығы ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитет хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен ыңғай баһаланы.Республика башлығы ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының биләмәләрҙе федераль мәғлүмәт адрес системаһында теркәү эшмәкәрлеген дә ыңғай баһаланы. Биләмәләр иҫәбен тәртипкә һалыу һәм һалым ҡануниәтен үтәү йәһәтенән ойошторолған саралар ерҙәрҙең 50 процентын рәсми теркәп кадастр һанын бирергә булышлыҡ иткән. Радий Хәбиров федераль исемлек тултырыуҙы йыл аҙағына тамамларға ҡушты.Йәнә бер мөһим сараға әҙерлек Республика көнөн байрам итеүгә арнала. Муниципалитеттар был эште көнэлгәре ойошторған. Күләмле күмәк сараларҙың береһе – Йәшел Республика өмәһе — киләһе шәмбе, бишенсе октябрҙә көтөлә.