Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 1 йыл самаһы ваҡыт ҡалды

Тулыраҡ: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 1 йыл самаһы ваҡыт ҡалды

Ул 2020-се йылдың 1-се октябрендә башлана һәм бер ай дауам итә. Сараның маҡсаты – республиканың социаль-демографик хәлен билдәләү. Иҫәп алыусылар һаны Башҡортостанда 10 мең самаһы буласаҡ. 2010 йылдағы кампания барышында 3 меңгә күберәк ине. Йәғни, бер иҫәп алыусыға уртаса 550 кеш тура килә. Киләһе йылда уҙғарыласаҡ сараның үҙенсәлектәре лә бар. Мәҫәлән, иҫәп алыусыларҙың барыһы ла планшет менән тәьмин ителә. Бынан тыш, интернет аша һорауҙарға яуап бирергә мөмкин. Был эште бер кеше лә башҡара ала, өс ғаилә ағзаһы өсөн документтарҙы тултырыуға кәмендә ярты сәғәт ваҡыт китә.