Торлаҡ йорттарҙа хостелдар булмаясаҡ, һалымдар күәлме үҙгәреше, юл-транспорт фажиғәләрен теркәүҙең яңы ҡағиҙәләре һәм тәмәкеселәргә ҡағылышлы яңы сикләүҙәр. Рәсәйҙә 1 октябрҙән ошо һәм башҡа бихисап ҡануниәттәрҙә үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Балконда тәмәке тартырға яраймы-юҡмы? Һуңғы көндәрҙә ҙур бәхәс тыуҙырған ошо һорау янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә бәйле. Уға ярашлы, 1 октябрҙән торлаҡ йорттарҙың балкон һәм лоджияларында усаҡ яғыу, асыҡ ут сығанаҡтары менән ҡулланыу тыйыла. Ысынлап та, ут менән ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү аяныслы осраҡтарға килтереүе ихтимал. Тәмәке төпсөгөнән, йә уның осҡононан ут сыға ҡалһа, тәмәкесегә 3 меңдән алып 5 меңгә тиклем штраф һалына. Ә янғында кешенең ғүмере өҙөлһә, енәйәти яза ҡаралған. Шулай уҡ, ай башынан Торлаҡ кодексына ла үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер күп фатирлы йорттарҙа ҡунаҡхана йә хостел асыу өсөн торлаҡ бинаны кеше йәшәмәгән урын итеп үҙгәртергә кәрәк. Өҫтәүенә, ул беренсе ҡатта урынлашырға һәм айырым инеү урыны булырға тейеш. Октябрҙән ғәмәлгә ингән тағы ла бер нисә яңылыҡ. Европротокол буйынса ҡайтарылған аҡса күләме 400 мең һумға тиклем арттырыла. Төп шарт - аварияла ҡатнашыусы автомобилдәр һаны икенән артмаҫҡа, транспорт сараһы ғына зыян күрергә һәм ОСАГО полисы булырға тейеш. Әммә аварияны мобиль ҡушымта, йәки глонасс системаһы ярҙамында теркәргә кәрәк. Бюджет өлкәһендә эшләүсе ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы 4,3%-ҡа арта. Улар иҫәбендә тәрбиәселәр, юристар, бухгалтерҙар, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ, фән һәм социаль тармаҡ, метеохеҙмәттәр, медик-социаль экспертиза, Роспотребнадзор, ҡотҡарыусылар һәм башҡа бюджет учреждениела эшләүселәр. НДС ставкалары ла үҙгәрә. Пальма майына өҫтәмә хаҡҡа һалым күләме 10-дан 20%-ҡа тиклем арта, ә емеш-еләккә, киреһенсә, 10%-ҡаса төшә. Кредит өлкәһендә лә яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә. Бынан ары торлаҡты тик банктарға һәм профессиональ кредиторҙарға ғына залогка һалырға мөмкин буласаҡ. Ошондай уҡ талап ипотека займдарына ҡағыла. Йәғни банктар, кредит ҡулланыу кооперативтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ғына фатир йә йортто залог иҫәбенә теркәп үтескә аҡса бирә ала. Был тәү сиратта мутлашыусыларҙан һаҡлау өсөн эшләнә. Рәсәйҙә микрофинанс ойошмаларының кемдеңдер берҙән-бер йәшәр фатирын залогҡа алып уны алдаҡ юл менән тартып алыу осраҡтары бихисап. Яңы закон быларҙы тулыһынса иҫкәртергә тейеш. Тағы бер яңылыҡ кредит биреүгә бәйле. Хәҙер ғаризаны ҡарағанда физик шәхестәрҙең килеме иҫәпкә алынасаҡ. Телевизор ҡараусыларҙы ла октябрь айында ҙур яңылыҡ көтә. Республикала аналог телевидениеһы тулыһынса бөтөрөлә. Шуныһы ҡыуаныслы, “Рәсәй 1 Башҡортостан” һәм “Рәсәй 24 Башҡортостан” каналдары беренсе мультиплексҡа ингән. Тимәк, башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы һеҙ артабан да юғары сифатта, цифралы форматта ҡарай алаһығыҙ.
1 октябрҙән бихисап үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.
Тулыраҡ: 1 октябрҙән бихисап үҙгәрештәр ғәмәлгә инде.