Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған сентябрь Указын тормошҡа ашырыу өсөн тәү сиратта иҡтисадты үҫтереү бурысы тора. Ошо турала республика хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Бының өсөн 2024-се йылға тиклем тулайым республика продуктын 2 триллион һумға, ә инвестиция күләмен 500 миллиард һумға еткереү ҡарала. Ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында айырым иҡтисади зоналар булдырылыуы һәм моноҡалаларҙың мөмкинлектәре ярҙам итәсәк.
Иҡтисади үҫеште нисек йәнләндерергә?
Тулыраҡ: Иҡтисади үҫеште нисек йәнләндерергә?