Милләтебеҙҙең тағы ла өс алдынғы ҡатын-ҡыҙына Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең махсус наградаһы — Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе" миҙалдары тапшырылды. Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе" миҙалын булдырыуға быйыл бер йыл. Ошо арауыҡ эсендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң ҙур наградаһы һаналған был миҙал менән бүләкләнеүселәр 50-гә яҡынлашты.Был юлы Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе миҙалдары менән йәмғиәт янында өсөнсө йыл эшләп килгән ветерандар советы ағзалары бүләкләнде. Азия Хәшим ҡыҙы Күсимова әлеге ваҡытта йәмғиәттең ветерандар советына етәкселек итә. Ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте барлыҡҡа килгәндән алып уның әүҙем ағзаһы. Әле 87 йәшен тултырған ханымдың тормошонда ойошма айырылғыһыҙ урынды биләй. 1990 йылда булдырылған йәмәғәт ойошмаһына Нәжибә Мәҡсүтова рәйес итеп тәғәйенләнә. Ун йылдан һуң ул был вазифаһын Фирҙәүес Хисамитдиноваға тапшыра. Артабанғы йылдарҙа Гөлфиә Юнысова, Гүзәл Ситдиҡова, Розалия Солтангәрәева ойошманың рәйесе була. Улар әле лә йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнаша һәм уның эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыуын белдерә. Ветерандар советында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өләсәйҙәр мәктәбен булдырыуға күп көс һала. "Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе" миҙалын алған Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы Ваһапова ейән-ейәнсәрҙәрен дә, студенттарын да сәләмәт тормошҡа өндәй. Сит төбәктәрҙә йәшәһенме ул, Башҡортостандамы — һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы милләтебеҙҙең киләсәгенә хәстәрлекле ҡарарға тейеш ул, тип һанай Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары һәм был йәһәттән башҡаларға өлгө булып тора.
Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
Тулыраҡ: Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе