Республикала һуңғы осорҙа башҡорт теленә иғтибар арта. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышының тәүге тапҡыр башҡортса үтеүе – муниципалитеттарға ҙур үрнәк булып тора. Хәҙер райондарҙағы йыйылыштарҙың да башҡорт телендә ойошторолоуы һөйөндөрә. Сираттағы ошондай ултырыш Дәүләкән районында уҙғарылды. Ҡатнашыусылар көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр буйынса саф башҡортса фекер алышты. Ойоштороусылар артабан да сараларҙы башҡорт телендә үткәреү кәрәклеген билдәләне һәм уларҙың өлгөһөнә башҡалар ҙа эйәрер, тигән ышаныста улар.
Ултырыш башҡорт телендә үтте
Тулыраҡ: Ултырыш башҡорт телендә үтте