Башҡорт ихаталары программаһы Октябрьскийҙа нисек үтәлә?

Тулыраҡ: Башҡорт ихаталары программаһы Октябрьскийҙа нисек үтәлә?

Алты йылған иҫәпләнгән “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә төбәктә бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү ҡарала. Әле Октябрьский ҡалаһында биш ихатала эштәр тамамланған, ҡалған икәүһе октябрь урталарында әҙер булыр тип көтөлә. Урындағы халыҡ яңы төҫ алған ихатаға ҡәнәғәтме? Алина Хажиева кескәйҙәре менән күрше ихатала урынлашҡан балалар майҙанына көн һайын сыға. Бында сабыйҙарға оҡшай, улар кискә тиклем уйнайҙар, бер-береһе менән аралашалар, тип ҡыуана йәш әсә. Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Башҡорт ихаталары” программаһында Октябрьский ҡалаһы ла әүҙем ҡатнаша. Ҡаланың күп ихаталарында балалар майҙансығы менән берлектә машина ҡуйыу урыны ла юҡ ине, тип хәтерләй урындағы халыҡ. Бынан алдағы йылдарҙа был урында ағастар үҫеп ултырған, балаларға уйнау урыны бөтөнләй булмаған. Хәҙер күренеүенсә, ихата алды кескәйҙәр тауышына күмелгән, улар өсөн бында бөтә мөмкинлектәр бар. Юлдарҙы киңәйтеү, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыу, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәү, бордюрҙарҙы яңыртытыу, яҡтыртҡыс бағаналар ҡуйыу, яңы балалар ҡаласығы төҙөү – “Башҡорт ихаталары” программаһының төп маҡсаты. Октябрьский ҡалаһында быйыл бөтәһе ете ихатала ремонт эштәре башҡарыу бурысы ҡуйылған. Биш ихата тулыһынса әҙер, ә ҡалған икәүһен октябрь урталарына тиклем тамамлау күҙаллана. Әле эшселәр ихатала асфальт түшәй, машиналар ҡуйыу урындары әҙерләй. Урындағы халыҡ “Башҡорт ихаталары” программаһына инеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ихата икенсе төҫ алды, ти улар. Заман талаптарына яуап биргән балалар майҙансығы үҫмерҙәр өсөн дә тәғәйенләнеп эшләнелә. Хәҙер теләгән һәр кем ихатала уҡ волейбол, баскетбол уйындарын ойоштора ала. Программала ҡатнашыр өсөн торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта был хаҡта килешеп, ғаризаны муниципалитетҡа ебәрергә тейеш. Ҡабул ителгән ғаризаларҙы комиссия ҡарай. Эш башлар алдынан, урында йәшәүселәрҙең дә теләге мотлаҡ иҫәпкә алына. “Башҡорт ихаталары” республика программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Программа 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Быйыл төбәктә 480 ихата төҙөкләндерелһә, 2024-се йылға тиклем бөтәһе өс мең самаһы биләмәне тәртипкә килтереү бурысы тора