Өфө эргәһендәге яңы төҙөлгән ҡасабала йәшәүселәр бөтөнләй йортһоҙ һәм ерһеҙ ҡалыуы ихтимал. Яңы ҡасабаның исеме лә бар – Булгаков баҡсаһы, әммә һатып алынған йорттарға һәм ер биләмәләренә сикләү һалынған. Хәҙер халыҡ бында төҙөлөш эштәрен бөтөнләй башҡара алмай. Булгаков баҡсаларында ошондай 40 йорт төҙөлгән. Был йорттарҙа йәшәүселәр йәшәү урындарын рәсми теркәгән, әммә үҙҙәренең ер биләмәләрендә бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәрен башҡара алмаясаҡ. Неля Байсарина 2 йыл элек йорт һатып ала һәм Булғаҡов баҡсаларында иң беренселәрҙән булып төпләнә. Йорт та, ер ҙә үҙ милкендә, бөтә документтар ҙа бар, ғаиләнең берҙән-бер йәшәү урыны. Һатып алғанда бер-нисә йылдан ҡатмарлыҡтар килеп сығыр, тип бер ҙә уйламай ҡатын. Винер Миңлеәхмәтов Булғаҡов баҡсаларында 6 сутый ер һатып алған. Әле ваҡытлыса бәләкәй йортта йәшәйҙәр, киләсәктә был йорт мунса булып ҡалырға, ә эргәлә ҙур өй ҡалҡып сығырға тейеш ине, ти Винер. Бер йыл элек нигеҙ һалынған, әммә йорт төҙөлмәй. Булгаков ауылы эргәһендәге коттедж ҡасабаһында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ҡайһы берҙәр сит яҡтарҙан күсеп ҡайтҡан, күптәре өсөн берҙән — бер йәшәү урыны. Әммә улар һатып алған ерҙәрен дә, йорттарын да рәсми теркәй алмай. Был ерҙәргә сикләү һалынған.Ер биләмәләре баштан уҡ ауыл хужалығы ҡулланышы өсөн тәғәйенләнгән булған. Ә халыҡҡа йорт һалыр өсөн һаталар. Алдан вәғәҙә иткән асфальт юлдар, балалар өсөн ойошмалар, магазиндарҙың бөтөнләй төҙөлмәүе ихтимал. Хәҙер иһә Өфө районы прокуратураһы ерҙең элекке статусын ҡайтарыуҙы талап итә. Контроль-иҫәп палатаһы Өфө районы хакимиәтенә ауылдың генераль планына үҙгәрештәр индерергә ҡушҡан. Ерҙәрҙе баҡса ойошмаһы булараҡ ҡулланыуға тапшырыу законға ярашлы түгел, тип билдәләй район прокуратураһы. Район прокуратураһының муниципалитет менән суд эштәре дауам итә. Мәсъәлә әлегә һаулала эленеп ҡала. Халыҡ нимә эшләргә тейеш? – был һорауға Өфө районы хакимиәте әле аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Халыҡ көтөргә мәжбүр.
Төҙөлөш эштәрен туҡтатығыҙ, ергә сикләү һалынған
Тулыраҡ: Төҙөлөш эштәрен туҡтатығыҙ, ергә сикләү һалынған