Башҡала хакимиәте маршрут автобустары водителдәре менән көрәшеүен дауам итә. Сөнки ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшергә теләүсе пассажирҙарҙы битәрләү осраҡтары бар. Һуңғы ваҡыт халыҡтан килгән ялыуҙарҙың күбәйеүен күҙ уңында тотоп урындағы хакимиәт транспорт компаниялары менән эшлекле осрашыу ойошторҙо. Шәхси маршруттарҙа билет бирмәгәндәренә беҙ күптән өйрәнеп бөткәнбеҙ. Күптәр быға ихтибар итмәй, ә бәғзе берәүҙәр водителгә был уңайһыҙ, тип уның яҡлы.Ә был маршрут автобусының водителе эленеп торған төргәккә ишаралап, кәрәкһә пассажирҙар үҙҙәре билетты йыртып ала, ти.Башҡалала транспорт өсөн яуаплы Илдар Юланов әйтеүенсә, был билеттар күптән ғәмәлдән сыҡҡан. 2019 йылдың июленән Федераль ҡануниәткә ярашлы, бөтә автобустарға ла терминалдар ҡуйылған. Тимәк, пассажир карта ҡулланһа ла, ҡулаҡса менән түләһә лә касса аппараты билет баҫтырырға тейеш.Шәхси автобустарҙа терминал ҡулланырға теләмәүҙең сәбәптәре аңлашыла, ти эксперттар. Водителдәр тулы килемде күрһәтеүҙән ҡаса. Автобуста ҡуйылған хаҡ билеттағы менән тап килмәүе лә тап шул хаҡта һөйләй.Ошондай ялыуҙар хакимиәткә, башлыса, 239 һәм 272 маршруттарға ҡағылышлы килә. Ул ғына ла түгел һаман да түләү карталарын ҡабул итмәгән автобустар бар. Ошо көндәрҙә Өфө ҡала транспорты предприятиеһы етәкселеге ҡаланың пассажирҙар йөрөтөүсе ойошмалары менән үткәргән йыйылышында ҡәтғи рәүештә, билетһыҙ пассажирҙар булмаҫҡа тейеш, һалымдан ҡасырға теләү киләсәктә эшҡыуарҙарҙың эшенә тик кире йоғонто яһаясаҡ, тип белдерҙе. Көсөргәнешле һөйләшерүҙәрҙән һуң уртаҡ фекергә килгәндәй булдылар. Хәҙер маршрут хужаларына барыһын да үҙҙәренең водителдәренә аңлатаһы ҡалды.Төбәк башлығы Радий Хәбиров транспорт тармағында тиҙ арала тәртип булдырырға ҡушты. Сөнки һалымдарға күҙ һалғанда, үткән йыл шәхси пассажир йөрөтөүселәр 11 миллион һум ғына түләгән. Быйыл хәл үҙгәрергә тейеш. Әммә терминалды ҡулланырға теләмәүселәр һаман да бар.Һалым хеҙмәте идаралығы үткән аҙнала бөтә республика буйлап пассажир йөрөтөүселәрҙе тикшерҙе һәм бихисап етешһеҙлектәрҙе асыҡланы. Күп осраҡта водителдәр терминалдары булған хәлдә лә уны ҡулланмаҫҡа тырыша, хатта ҡабыҙмай. Тимәк, килем бер нисек тә теркәлмәй.