Сочила “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубы ултырышы үтә

Тулыраҡ: Сочила “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубы ултырышы үтә

Унда Рәсәйҙең ислам илдәре менән хеҙмәттәшлеген нығытыу мәсьәләләре тикшерелә. Клуб ултырышында беҙҙең илдең Азия һәм Тымыҡ океан буйындағы илдәр менән мөнәсәбәттәрен тағы ла нығытыу тураһында йәнле һөйләшеү булды. Быйыл ултырышта ғәмәли өлөшкә ныҡлы баҫым яһала. Шуға ла сараға барлыҡ илдәрҙән дә министрҙар саҡырылған. Валдай клубы ултырышында Рәсәй президенты Владимир Путиндың сығыш яһауы ла көтөлә. Сессияла республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.