“АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы яңы, заманса, универсаль траткорҙар тәҡдим итә. Сүмесле тейәгестәр, төрлө тракторҙар, баҫыуҙарҙа эшләү өсөн тәғәйенләнгән техника донъя баҙарында ҡулланыусылар ышанысын яулаған. Рөстәм Хәйретдинов Русич тракторына күптән күҙ һалған. Ауыл өсөн был техника иң уңайлы һәм кәрәкле. Ер һөрөү, баҡса эштәре, бесән эшләү. Ғөмүмән ауылдағы бар эш өсөн бер техника, ти, ул. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы ауыл хужалығы техникаһы менән 3 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ошо ваҡыт арауығында ул төрлө хужалыҡтарҙың ныҡлы ышанысын яулап өлгөргән. Ҡытайҙа етештерелгән был трактор үҙенең аналогтарына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ, ә сифаты буйынса башҡаларҙан берҙә ҡалышмай. Бәләкәй крәҫтиән-фермер хужалығы булһынмы, шәхси йорт эштәре өсөн дә ул алыштырғыһыҙ ярҙамсы. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы вәкилдәре билдәләүенсә, һәр һатылған техника өсөн махсус страховка ла ҡаралған. Бынан тыш, ҡулланыусы йыл дауамында техникаға ҡағылған һорауҙар буйынса компанияға мөрәжәғәт итә ала.Баҡса һөрөү, бесән сабыу, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм әлбиттә баҫыу эштәре. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы вәкилдәре әйтеүенсә, был техника ҡулланыусылар ышанысын яулап, иң яҡшылар рәтенә баҫҡан. Мәҫәлән, был заманса, универсаль тракторҙа водитель өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған һәм иң мөһиме уның менән идара итеү бер ҡыйынлыҡта тыуҙырмай. Ҡеүәтле машиналарҙан тыш, “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы ҡулланыусылар өсөн шулай уҡ бесән әҙерләү, иген киптереү өсөн һәм ғөмүмән хужалыҡта кәрәкле башҡа ҡоролмалар тәҡдим итә. Башҡортостандан тыш заманса, универсаль тракторҙар илдең башҡа төбәктәрендә лә ҙур ихтияж менән ҡулланыла. Күрше илдәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Ғөмүмән, предприятиела алып барылған сәйәсәт бында һатылған техниканың юғары сифатлы булыуына һәм уны туҡтауһыҙ камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Был бар техниканы Өфөнөң Пугачев урамындағы 250 кәсер 2 адресы буйынса таба алаһығыҙ.
Тракторҙы кем отор?
Тулыраҡ: Тракторҙы кем отор?