Шағир көндәлеге

Тулыраҡ: Шағир көндәлеге

Билдәле режиссер Булат Йосопов Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына арналған фильм төшөрә башланы. «Башҡортостан» киностудияһы булышлығындағы проект “Шағир көндәлеге” тип атала. Уның бюджеты 23 миллион һумдан артыр, тип көтөлә. Кино төшөрөү өсөн халыҡтан аҡса йыйыу бара. Әлегә 60 мең һум аҡса йыйылған. Премьера 2020 йылдың октябренә билдәләнгән.