Капиталь ремонт буйынса төбәк операторҙары съезы

Тулыраҡ: Капиталь ремонт буйынса төбәк операторҙары съезы

Өфөлә Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығы үҫешенең төп йүнәлештәренә ҡағылған киңәйтелгән стратегик сессия дауам итә. Тармаҡ белгестәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын бойомға ашырыу буйынса закондар, техник һәм ойоштороу мәсьәләләре тураһында фекер алыша. Сессия сиктәрендә Рәсәй төҙөлөш министрлығы, Республика етәкселәре Башҡортостан төбәктәрендә төҙөкләндереү объекттарын ҡараны, төҙөлөш материалдарын етештереүсе предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышты.

“Башҡортостан ихаталары” һәм “Подъездар төҙөкләндереү” буйынса республика программаларын бойомға ашырыу барышын тикшерҙе. Әлеге ваҡытта реставрация һәм төҙөкләндереү барған “Арт-Квадрат” объектында Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев менән Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың төҙөлөш ойошмалары етәкселәре менән осрашты. Бөгөн иһә Рәсәй төҙөлөш министрлығы стратегик сессияһының пленар ултырышы көтөлә.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын бойомға ашырыу саралары менән бер рәттән ултырышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының 2035 йылға тиклем үҫеш стратегияһы, күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь төҙөкләндереү буйынса төбәк программаларын үтәү һәм тармаҡтың үҫешенә ҡағылышлы башҡа мөһим мәсьәләләр ҡараласаҡ. Өфөләге иң ҙур төҙөлөш майҙансыҡтарының береһе Кузнецов затонында урынлашҡан. Унда тағы ла 33 йорт ҡалҡып сығасаҡ. Копмлекстың проекты менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры танышты.

Ошо уҡ биләмәлә ике социаль объект та төҙөләсәк. 1225 уҡыусыға мәктәп һәм 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы. Төҙөлөш ойошмалары исемлегенә дәүләт унитар предприятиялар ҙа инә алһын өсөн, федераль чиновникка “Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу” тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттеләр.