Ошо көндәрҙә Ағиҙел йылғаһы ярының бер-нисә өлөшө сафҡа индереләсәк. Киләсәктә был урын ҡала халҡының яратҡан урынына әүрелер, тип күҙаллана. Яҡтыртыусы ҡоролмалар, туҡталыштар урынлаштырыу, ағастар ултыртыу. Һуңғы айҙа Ағиҙел ярының бер-нисә өлөшөн тулыһынса тәртипкә килтерҙеләр.
Хәҙер иһә ял итеүселәр йылға буйының барлыҡ матурлығын тойоп ял итә ала, ти подряд ойошмаһының баш инженеры. “Юность” бассейнынан алып Салауат Юлаев һәйкәле яғына табан йәйәүлеләр, велосипедсылар һәм йүгереүселәр өсөн махсус юлдар ҙа әҙер. Өфөләге иң ҙур инфраструктура объекты – Ағиҙел йылғаһы буйын, 2014-се йылда яңыртыу башланғайны. Уның оҙонлоғо тимер юлы күперенән алып автомобиль күперенә тиклем биш саҡырым тәшкил итә.
Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу – Өфө ҡалаһы өсөн әһәмиәтле объекттарҙың береһе. Ул – республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышлап, юбилей төҙөлөштәре исемлегенә индерелгән. 2019-сы йыл аҙағына бында барлыҡ эштәрҙең тамамланыуы көтөлә. Ә яр буйында, Салауат Юлаев майҙаны тәңгәлендә урын алған амфитеатр айрым иғтибарға лайыҡ.