Октябрьский ҡалаһындағы балалар поликлиникаһында ремонт эштәре тамамланып килә

Тулыраҡ: Октябрьский ҡалаһындағы балалар поликлиникаһында ремонт эштәре тамамланып килә

Былтыр медицина учреждениеһында республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән булып ҡайтҡандан һуң, май аҙағында ремонт эштәре башланғайны. Балалар поликлиникаһында отолоринголог булып эшләүсе Ринат Вәлиуллин буласаҡ яңы кабинетына күсеүҙе түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡабул итеү һәм процедура бүлмәләре әҙер, батареялар ҡуйылған, тәҙрәһе яңы. Иркен, яҡты бүлмәгә тиҙҙән кескәй пациенттар йөрөй башлаясаҡ. Яңы бүлмәләр тулыһынса әҙер булғансы, табиптар балаларҙы ваҡытлыса иҫкеһендә ҡабул итә.

Быйыл майҙың аҙағында республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса балалар поликлиникаһында ремонт эштәре башланды. Балалар поликлиникаһы 1994-се йылдан алып капиталь ремонт күрмәгән. Ремонт өсөн ҡаҙнанан 64 миллион һум аҡса бүленгән. Әле поликлиниканың өсөнсө ҡатында эш ҡайнай. Коридор, һәр бер бүлмә яңы төҫ алған, иҙәнгә сағыу плита түшәлгән. Өҫтәүенә, балалар өсөн диуарҙарға төрлө һүрәттәр йәбештерелгән. Бынан тыш, тиҙҙән поликлиника коридорында яңы ултырғыстар үҙ урынын аласаҡ.

Поликлиникала табиптар ике сменала эшләй, бер көн эсендә ете йөҙләгән пациент килә. Ремонт эштәре барһа ла, кескәйҙәрҙе ҡабул итергә тырышабыҙ, ти урындағы табиптар. Учреждениеның урамында ла эш юғары кимәлдә бара. Элек поликлиника тышы моңһоу булып күренһә, хәҙер сағыу төҫтәргә күмелеп балҡып ултыра. Ремонт эштәре быйыл декабрь айында тамамланыр, тип күҙаллана. Ә икенсе йылға иһә поликлиника урамында яңы асфальт һалыу планда.