Башҡортостандың Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряды ойошторолоуға 31 йыл тулды. Ошо уңайҙан Росгвардияның Өфө подразделенияһында асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды. Тантаналы сарала уҡыусылар, хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары һәм ветерандар ҡатнашты. Һәр хеҙмәткәр нимәлер өсөн яуап бирә. Мәҫәлән, быларҙың береһе снайпер, икенсеһе күҙәтеүсе һәм мәғлүмәт биреүсе, дүртенсеһе урамда тәртип урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Ә Айҙар исемлеһенә бейек йорттар ҡыйығында, йә тау-таш араһында ҡуйылған бурысты үтәргә тура килә.
Бының өсөн көс кенә түгел, таҫыллыҡ та талап ителә. Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды 1988 йылда ойошторола. Ошо ваҡыттан алып улар тәртип һағында тора, халыҡтың именлеген тәьмин итә. Бында әле лә ветерандарҙы хөрмәт итәләр һәм элек-электән килгән йолаларҙы һаҡлап киләләр. Сараға Башҡортостан мәктәптәре һәм кадет корпустары тәрбиәләнеүселәре саҡырылды. Росгвардия вәкилдәре уларға ҡорал һәм хеҙмәте тураһында бәйән итте. Бынан тыш, хәрби техника күргәҙмәһе ойошторолдо.
Махсус бронялы Булат автомобиле Камаз нигеҙендә эшләнгән. Бында 10 кеше һыя. Техника хеҙмәткәрҙәрҙе пуля һәм ярсыҡтарҙан һаҡлай. Автомобилде ваҡытында Өфө хакимиәте бүләк итә. Ул Кавказ төбәгендә 1 йыл хәрби командировкала була һәм Башҡортостан хоҡуҡ һаҡсыларының именлеген тәьмин итә. Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд барлыҡ төбәктәрҙә һәм ҙур ҡалаларҙа бар. Башҡортостан отряды башҡалары кеүек Төнъяҡ Кавказ биләмәһенә даими командировкаға бара һәм бында ҡуйылған бурыстарҙы үтәү буйынса эш алып бара.
Хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре яҡшы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн яңы званиелар алды һәм дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Һәр ваҡыт күнекмәләр уҙғарыу, физик һәм һөнәри яҡтан камиллашыу – талап ҡына түгел, ә Омон хеҙмәткәрҙәренең йәшәү рәүеше. Уларҙың эше яуаплы, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та. Сөнки, Росгвардия вәкилдәренә ҡатмарлы шарттарҙа бурысты үтәргә тура килә.