Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында "Мостай уҡыуҙары" үтте

Тулыраҡ: Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында "Мостай уҡыуҙары" үтте

Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Ғалимдар, әҙәбиәт белгестәре Мостай Кәрим ижаданың донъя әҙәбиәтенә индергән өлөшөн юғары баһалай. Әҙиптең әҫәрҙәре бихисап телгә тәржемә ителгән. Хатта Ҡырым республикаһы китапханаһы фондында уның әҫәрҙәре һаҡлана, шиғриәтен яратып уҡыйҙар. Сит ил театрҙарында әҙиптең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр әле лә ҙур уңыш менән бара. Фәнни-ғәмәли кәңәшмәлә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Рәсәй төбәктәре ғалимдары, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.