Был һайлау республика өсөн бик мөһим. Сөнки урындағы үҙидара – башҡарма власть органдарының нигеҙе булып тора. Быны халыҡ та бик яҡшы аңлай. Шуға ла әүҙемлек тә юғары булды. Екатерина Сухарева үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр тауыш бирә. Гражданлыҡ бурысын үтәүгә ҡыҙ оло тулҡынланыу менән килгән, шуға ҡарамаҫтан уның һайлауҙарға үҙ ҡарашы бар. Йәш һайлаусыларҙың депуттарға әйтер һүҙҙәре лә бар: спорт комплексы асыуға булышлыҡ итеү. Башҡа тауыш биреүселәр ҙә уларға ҙур өмөттәр бағлай. Бәғзеләре депутат ярҙамын үҙ иңендә татып ҡараусылар иҫәбенән. Булгаков ауыл советынан, халыҡ мәнфәғәте тип янған, 32 кеше депутатлыҡҡа тәҡдим ителгән. Кандидаттар араһында халыҡ ихтирамын күптән яулағандар ҙа, был юлға яңы баҫыусылар ҙа бар. Иң йәшенә ни бары 22 йәш тулған. Булгаков һайлау бүлексәһенән 12 сәғәт дауамында халыҡ өҙөлмәне. Ҡайһы кандидатҡа өҫтөнлөк бирерҙәрен алдан уҡ билдәләгәндәр бер-бер артлы кабиналарға инеп сыҡты. Бюллетенде ҡулына тотоп, икеләнеп ҡалыусылар ҙа булды. 13 сентябрь көнө бушай алмаған 60 кеше иһә көнэлгәре тауыш биргән. Урындағы үҙидаралыҡҡа депутаттар һайлауға Булгаков ауыл советынан 54 кеше беренсе тапҡыр килә. Был исемлеккә быйыл 18 йәше тулғандар һәм яңы күсеп килгәндәр ингән. Ә биләмәнең 27 гражданы үҙ тауышын йорттарында биреү хоҡуғын алған. Һайлау комиссияһы ағзалары тәү сиратта иң оло тауыш биреүсе, үҙе оҙаҡ йылдар Юғары Совет депутаты вазифаһын башҡарған Зоя Коршуноваға йүнәлде. Зоя Павел ҡыҙы һәр кандидаттың кем булыуын һорашып сыҡҡандан һуң ғына, лайыҡлы тип тапҡан исем тәңгәленә тамға ҡуйҙы. 3050-се һайлау бүлексәһендә һайлауҙар тыныс үтте, хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәне. Бюллетендәр үҙәк һайлау комиссияһына төнгө сәғәт икелә тапшырылды.
Һайлау нисек үтте?
Тулыраҡ: Һайлау нисек үтте?