Ҡала беренселегендә водитель танытмаһын алмаусылар ҙа ҡатнашты. Тик үҙҙәре яһаған спорт автомобиле руле артында. Ҡала беренселегенең сираттағы өлөшөнә 15-ләп ҡатнашыусы теркәлгән. Һәммәһе лә техник инспекция һәм медицина тикшереүе үткән. Майҙанда иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Автомобиль күпалышы сая водителдәр ярышы түгел, ә ҡатмарлы юлда һәм уңайһыҙ һауа шарттарында автомобилде йөрөтөү маһирлығын күрһәтеү. Был тәңгәлдә теләгән һәр кем үҙен самалап ҡарай ала, шарттар ярышта 18 йәшен тултырған, водитель таныҡлығын алған һәм шәхси машинаһы булған һәр кемгә ҡатнашырға рөхсәт итә. Әммә иң кесе ярышсыларға 12 йәш икәнлеге асыҡланды. Үҫмерҙәр Бөрө балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре. Машиналарҙы улар үҙҙәре йыя. Турнир башлыса ярышсылар тырышлығы менән ойошторолдо. Автомобиль күпалышы төбәктә дәртле кешеләр теләге менән үҫешә.Күпбәйгелә ҡатнашыусыларҙы ярыштың йәнә ике этабы көтә. Спортсыларға халыҡ-ара кимәлдәге уҙыштарға әле иртәрәк, әммә оҫталығын камиллаштырыу өсөн ошонан да уңайлы майҙан юҡ.
Өфөлә автомобиль күпалышы буйынса ярыштарҙың өсөнсө этабы үтте
Тулыраҡ: Өфөлә автомобиль күпалышы буйынса ярыштарҙың өсөнсө этабы үтте