“Башҡорт ихаталары” бөтә илгә өлгө

Тулыраҡ: “Башҡорт ихаталары” бөтә илгә өлгө

Илдә торлаҡ һәм ҡала мөхите ҡағылмаған бер генә кеше лә юҡ. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре шуны танып үҙ эшенә төп баһаны халыҡ күңелендә эҙләй. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Нефтекамала Торлаҡ һәм ҡала мөхите Милли проектын бойомға ашырыу барышы менән танышты. Нефтекама халҡы спорт менән асыҡ һауала шөғөлләнә. Ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә урынлашҡан тәбиғи урман һыҙатында “Сәләмәтлек һуҡмағы” яңы төҙөкләндерелгән. Асфальт түшәлгән, яҡтылыҡ бағаналары ултыртылған, эскәмйәләр ҡуйылған. Кешеләр күңеленә хуш килгән парк Нефтекама ҡалаһын Краснокама районы үҙәге Николо-Березовка ауылы менән велосипед юлы ярҙамында тоташтыра. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев “Яҡты” күле буйын да тҙөкләндереү планы менән таныштыра. Бының өсөн 47 миллион һум аҡса һалынған. Радий Хәбиров меннә Владимир Якушев биләмәлә саған үҫентеләрен ултыртып, киләһе шәмбегә тәғәйенләнгән “Йәшел Башҡортостан” өмәһенә башланғыс һалды. Рәсәйҙең төҙөлөш министры “Башҡортостан ихаталары” төбәк программаһы сиктәрендә ойошторолған эштәр менән дә танышты. Парк урамында бер юлы бер нисә балалар майҙансығы һәм спорт уйындары урыны әҙер. Республика программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән подъезды ла ҡарағандан һуң Владимир Якушев Башҡортостан торлаҡ-коммуналь тармағының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Төҙөлөш тармағының уңышлы үҫешен Нефтекамалағы төҙөлөш материалдары етештереүсе компаниялар төркөмө дәлилләй. Бында автобус, тиҙ ҡоролмалы биналар өсөн янғын хәүефе янамаған сэндвич-панелдәр сығарыла. Етештереү күләмдәре юғары, һатыуға тауар тотош ил төбәктәренә оҙатыла. Эш сәфәре барышында “Интеграл” компанияһы алдаған өлөшсөләр менән дә осрашыу үтте. Әле биналар төҙөлөшөн тамамлау башҡа фирмаға йөкмәтелгән, сентябрҙә ике йорттағы фатир хужаларына асҡыстар тапшырылған да инде. “Нефтекамстройзаказчик” ҡалған ике йортто 2020 йылдың декабрендә төҙөп бөтөргә йыйына. Өфөләге иң ҙур төҙөлөш майҙандарының береһе — Кузнецов Затонында йәнә 33 йортҡа нигеҙ һалына. Бында 225 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү көтөлә. Төҙөлөш министры билдәләүенсә, биләмәләр комплекслы ҡоролорға тейеш. Торлаҡ йорттар эргәһендә социаль объекттар мотлаҡ. Кузнецов Затонында 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Төҙөүселәр федераль министрҙан “Өлөшләтә төҙөлөш тураһындағы” законға төҙөлөштә дәүләт унитар предприятиелары ла ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында үҙгәреш индереүҙе үтенде. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын көйләүсе закондар, техник һәм ойоштороу нормативтары буйынса стратегик сессияның пленар ултырышында фекер алышыу үтте. Башҡортостанда уңышлы үтәлгән “Подъездар төҙөкләндереү” төбәк программаһын илдә таратыу тәҡдиме хупланды. Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы уларҙың файҙалы тәжрибәһе менән уртаҡлашырға өндәй. Радий Хәбиров халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгән Башҡортостан исеменән ауылдарҙы төҙөкләндереү программаһын булдырыу мөмкинлеген дә иҫәптән сығармай. Әлегә иһә Башҡортостан алдында торлаҡ төҙөлөшөн бер ярым тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын бойомға ашырыуҙа белгестәр төбәктәрҙә тупланған ыңғай тәжрибәне ҡулланырға, тармаҡты үҫтереүҙә цифралаштырыу программаһын киң ҡулланырға килеште. Киләһе төбәк көнөн белгестәр Мәскәүҙә үткәрергә ҡарар итте. Рәсәй башҡалаһында тармаҡ үҫешенә бәйле башҡа мөһим йүнәлештәр менән бер рәттән торлаҡ-коммуналь хужалыҡты цифралаштырыу тәжрибәһе бай. Тап цифралаштырыу бар эшмәкәрлекте яйға һалып эҙмә-эҙлекле башҡарырға ьулышлыҡ итә.