Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне

Тулыраҡ: Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне

5 октбярҙә иң изге һөнәр эйәләре – уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан Өфөлә хеҙмәтендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән һәм иң яҡшы уҡытыусы конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Юғары наградаларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Һәр кемдең уңышы, үҫешендә уҡытыусының өлөшө ҙур тине төбәк етәксеһе мөғәллимдәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләп. Награда алыусылар исемлегендә тап юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән балаларҙың уҡытыусылары. “Һеҙ беҙҙең мәғариф өлкәһенең алтын фондын тәшкил итәһегеҙ” тине Радий Хәбиров залдағы педагогтарға мөрәжәғәт итеп. Республика үҙ сиратында уҡытыусыларҙы һәр саҡ яҡларға әҙер.