Башҡортостанда “Минең ғаиләм” проекты ғәмәлгә ашырыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Минең ғаиләм” проекты ғәмәлгә ашырыла

Уның төп маҡсаты – социаль етемдәрҙе ғаиләгә ҡайтарыу ғына түгел, ә дөрөҫ юлға баҫҡан ата-әсәнең үҙмәшғүллек мәсьәләһен хәл итеү. Проект федераль бюджеттан финанслана. Илдә лә, республикала ла етем балалар һаны йылдан-йыл кәмей, ә социаль етемлек кимәле юғары ҡала. Социаль приютта тәрбиәләнгән һәр бишенсе баланың ата-әсәһе бар, әммә эске сәбәпле хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова проблеманы хәл итеү бер нисә этапҡа иҫәпләнгән, тип белдерҙе.

Сирлеләрҙе дарыу менән тәьмин итеүгә тәғәйен һан да республикала сағыштырғыһыҙ ҙур. Был хаҡта Максим Забелин белдерҙе. Киләһе йылда дарыуҙар һатып алыуға 2 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Үткән йылдарға ҡарағанда был бер миллиардҡа күберәк. Дарыуға бүленгән сығымдар ғына түгел ташламаларға иҫәп тотҡан граждандар һаны ла үҙгәреп тора. Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен йыһаздар менән тәьмин итеү мәсьәләһен даими контролдә тоторға ҡушты. Мәктәп туҡланыуында ла етди тәртип урынлаштырыу мотлаҡ, тине Радий Хәбиров.

Республиканың ике тиҫтәгә яҡын районында ашханаларҙың эшендәге кәмселектәр тураһында мәғлүмәт бар, хакимиәт башлыҡтарына был мәсьәләне күҙәтеүгә алыу зарур. Киләһе дүшәмбенән комиссиялар төбәктәрҙә тикшереү үткәрә башлай. Оператив кәңәшмәлә “Йәшел Башҡортостан” акцияһына йомғаҡ яһалды. Ҡала-райондарҙа ағас ултыртыу өмәләрендә яҙғы айҙар менән дөйөм иҫәп буйынса 300 мең кеше 178 мең үҫенте ултыртҡан. Республика башлығы биләмәләрҙе йәшелләндереү “Башҡортостан ихаталары” программаһының мотлаҡ өлөшөнә әйләнергә тейеш, тип белдерҙе.

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итәсәк. Республика башлығы төбәктә инвесторҙар менән эш кимәлен дә ыңғай баһаланы. Инвестиция сәғәтендә ҡаралған йөҙҙән ашыу проекттың 21-ен ауыл хужалығы министрлығы тәҡдим иткән. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән проекттар буйынса махсус килешеүҙәргә ярашлы, 2030 йылға тиклем предприятиеларға 13 миллиард һумдан ашыу күләмдә дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала. Республика башлығының “сентябрь” Указын бойомға ашырыу сиктәрендә төп капиталға йылына 500 миллиард һумлыҡ инвестиция талап ителә. Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа үткән инвестиция сәғәттәре буйынса ла тулы мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. Үткән 9 айҙа өлгәшелгән йәнә бер ҡаҙаныш — Өфө илдә миллион кеше йәшәгән ҡалалар араһында юл транспорт фажиғәһе ҡорбандарын ике тапҡырға кәметеп хәүефһеҙлек күрһәткесе исемлегендә беренсе урынға сыҡҡан.

Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты һәм фажиғә урынында ведомство-ара комиссия тикшеренеүе ойоштороп, юл-транспорт ваҡиғаһына килтергән сәбәптәрҙе асыҡлай һәм уларҙы бөтөрөү сараларын күрә. Ыңғай күрһәткесте ошо эштең һөҙөмтәһе, тип билдәләргә лә мөмкин. Радий Хәбиров юлдарҙағы фото һәм видео- күҙәтеү камераларының эшенә анализ яһарға һәм юл фажиғәләре йыш теркәлгән Туймазы районында комиссияның күсмә ултырышын ойошторорға тәҡдим итте. Республика башлығы социаль селтәрҙәрҙә таралған “ҡыҙыу” мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн дә етди тикшерергә ҡушты. Ялған яңылыҡтарҙан һаҡ булырға саҡырҙы. Дөйөм ятаҡтарҙа оҙайлы ремонт тураһындағы мәғлүмәткә ҡағылған хатаһын танып, Радий Хәбиров БДУ ректоры Николай Морозовтан ғәфү үтенде.