80 илдән килгән 3 мең тирәһе ҡатнашыусы Республиканың һәр районында һәм ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Махсус дирекция фестивалде ҡабул итәсәк майҙандарҙы, туҡланыу нөктәләренең, ҡунаҡханаларҙың мөмкинлеген тикшерә башланы. Ҡырмыҫҡалы баш ҡалаға яҡын урынлашҡан райондарҙың береһе булараҡ, республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге байрамдарҙы үткәреү буйынса бай тәжрибәгә эйә һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүгә тулыһынса тиерлек әҙер. Фестиваль тамашалары өсөн өс майҙан ҡарала. Уларҙың береһе — сентябрь башында асылған Аҡ күл паркы.
Ҡунаҡтар Ҡырмыҫҡалы урамдары буйлап үтә һәм ошо паркка киләсәк. Дирекция ағзалары менән бергә башҡа ведомство вәкилдәре лә әҙерлек кимәлен тикшерә. Сәхнәләр, кейем алыштырыу урындары, тамашасылар өсөн урындар талаптарға яуап бирергә тейеш. Хәүефһеҙлекте тәъмин итеү ҙә төп мәсьәләләрҙең береһе, сөнки сараларҙың күбеһе Ҡырмыҫҡалыла үтәсәк. Һауа торошо насар булған хәлдә фестиваль ҡунаҡтарын һәм тамашасыларҙы урынлаштырыу өсөн мәҙәниәт йорто ла әҙер. Ситтән килгән коллективтарҙы оҙатыу ҙа алдан хәл ителә.
Ҡырмыҫҡалыға 200-ҙән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Уларҙы ашатыу пункттарын да ҡарап сыҡты дирекция белгестәре. Бөтә Донъя фольклориадаһы 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем барасаҡ. Был осорҙа республика 10 фестиваль округына бүленә. Ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа хатта ике концерт ҡаралған. Ҡунаҡтар социаль учреждениеларҙа ла сығыш яһаясаҡ. Һәр муниципалитеттың донъя кимәлендәге сараны ҡабул итергә әҙерлеген тикшереү декабрь аҙағына тиклем бара.