14 октябрҙә республика цифралы телевидение дәүеренә аяҡ баҫа. Хәҙер һеҙ Рәсәй-Башҡортостан каналдарындағы рус һәм башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы юғары сифатты, цифралы форматта ҡарай алаһығыҙ. Үҙенең оҫта ҡулдары менән Альфред Миңнулла улы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә телевизорҙы цифралы сигналға көйләй.
Ирекмән үҙ теләге менән бер ай элек кенә был эшкә ҡушылһа ла, нескәлектәрен яҡшы аңлай, приставкаларҙың, телевизорҙарҙың төрҙәрен дә өйрәнеп өлгөргән. Альфред Миңнулла улы Өфөнөң Ленин районы өсөн яуаплы. Ул ғаризалар килгән адрестар буйынса йөрөп, техниканы көйләп кенә ҡалмай, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара.
Ирекмән әйтеүенсә, цифралы телевидениеға күскәндән һуң, һәр кем ҡәнәғәт ҡала. Был йорт хужаһы ла аналогка ҡарағанда һанлы сигнал күпкә яҡшыраҡ, ти. Ирекмәндәр райондарҙа ла аңлатыу эштәрен алып бара. Улар кәрәкле мәғлүмәт менән буклеттар, брошюралар тарата, телевизорҙарҙы көйләргә ярҙам итәләр. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 8-800-220-20-02 телефоны буйынса “ҡыҙыу линияға” шылтыратып бирергә мөмкин.
Ә бында төбәк телевидениеһының “йөрәге” урынлашҡан тип әйтергә мөмкин. Юғары технологиялы ҡоролмалар федераль сигналды ҡабул итә лә, республикала буйлап урынлашҡан 216 вышкаға тарата. Улар аша сигнал телевизорҙарға барып етә. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙең экранығыҙҙа “А” хәрефе күрәһегеҙ икән, тимәк телевизорығыҙ аналог сигналы аша эшләй.
Ә 14 октябрҙә аналог телевидениеһы бөтөрөлә. Артабан цифралы телевидениеға күскәндәрҙең генә мультиплексҡа ингән 20 каналды юғары сифатта бушлай ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалы менән бер рәттән республика халҡы телевизорҙан радиотапшырыуҙар ҙа тыңлай ала. Сөнки беренсе мультиплекс “Рәсәй-Башҡортостан”, “Хәбәрҙәр ФМ” һәм “Маяк” радиоларын да үҙ эсенә ала.