Башҡортостанға пеликандар ҡайтҡан

Тулыраҡ: Башҡортостанға пеликандар ҡайтҡан

Һыуйөҙәр ҡошто Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында күргәндәр. Яңғыҙ Пеликан аҙашып ҡалғанмы, әллә гендары алып килгәнме билдәһеҙ. Башҡортостан был ҡоштар өсөн ят ер түгел. Элек республиканың көнъяҡ-көнбайышында, башлыса, Дәүләкән районын улар күпләп төйәк иткән. Әммә урындағы һаҙлыҡты киптергәс улар кәмегән, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса һуңғы Пеликанды 1914 йылда урындағы халыҡ үлтергән. Әйткәндәй, элекке төйәге булған Берҡаҙан һаҙлығын яңыраҡ кире тергеҙгәндәр, бәлки, ҡоштар шуға ла элекке төйәгенә ҡайталыр тигән фаразда экологтар.